“Тәскиә апай Вәғизова тәҡдим иткән ҡамырҙан ялдарҙа манты бешерҙем. Оҡшаны! Ҡамыр тиҙ кипмәй, яһарға яйлы. Әле бер йәйем мин кер элгәнсе шулай тороп торҙо, унан инде мантыларҙы яһап бөтөрҙөм. Ҡамыр кипмәне, йыртылмайынса, матур ғына итеп яһалды.
Ҡайнар һыу менән ондо бешереп яһағанға, был ҡамырҙы “заварной” тип атайҙар. Унан билмән, вареник, манты, ҡыстыбый бешерергә була.
Бер стакан ҡайнар һыуға ике стаканға яҡын һыу ҡушып, тиҙ генә болғарға. Ҡамыр шыйыҡ та, бик ҡаты ла булмаһын. Һыуына төшкәс, өс йомортҡа, самалап тоҙ, ике аш ҡалағы үҫемлек майы, кәрәк ҡәҙәр он өҫтәп, билмәнгә баҫҡан кеүек ҡамыр баҫабыҙ. Ул пластилин кеүек була. 30 минут ял иттерергә.
Ғаиләгеҙ ишле булмаһа, яртылаш эшләргә лә мөмкин. Сығышы күп булды был ҡамырҙың: алты манты тәрилкәһен тултырып, манты яһаным, ҡалғанын туҡмас итеп киҫтем”, - тип яҙҙы Фәнзилә Хисамова.
Тәскиә Вәғизова фотоһы.