Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров республика ҡатын-ҡыҙҙарын 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы.
“Бөгөн Рәсәйҙең барлыҡ ир-егеттәре үҙҙәренең яратҡан ҡатын-ҡыҙҙарын – өләсәйҙәрен, әсәйҙәрен, ҡатындарын, ҡыҙҙарын ҡотлай. Эйе, 8 Март башта тиң хоҡуҡлылыҡ өсөн көрәш көнө булараҡ иғлан ителгән, әммә бынан тыш, тағы бер матур сәбәп бар – яҙ! Байрам уның иң башына – тәбиғәт, матурлыҡ, йылылыҡ уянған мәлгә тура килә, ҡатын-ҡыҙҙарҙа ла беҙ тап ошо сифаттарҙы иң тәүге урынға ҡуябыҙ һәм баһалайбыҙ.
Был көндө республикабыҙ ғорурланырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы билдәләп үткем килә. Улар араһында Саҡмағош районынан 11 бала әсәһе Резида Ильясова ла бар. Уның ике өлкән улы әлеге көндә махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Ҙур ғаилә хаҡында хәстәрлек күреүгә ҡарамаҫтан, Резида Закир ҡыҙы әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара. Ул – «Ватанды һаҡлаусылар»МХО-ла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы фондының Башҡортостандағы филиалының социаль координаторы. Улдарын дөрөҫ тәрбиәләгәне һәм илһөйәрлеге өсөн уға рәхмәт әйтәм!
Әлфиә Шәрипова – йәш ғалимә. Ул фермаларҙан беҙҙең өҫтәлгә эләккән барлыҡ ризыҡтар тәмле генә түгел, тәү сиратта хәүефһеҙ булһын өсөн малсылыҡ продукттарындағы патоген организмдарҙы асыҡлау проблемаһын өйрәнә. Тикшеренеү Әлфиәгә фәндән бизнесҡа китергә бер нисә тапҡыр тәҡдим иткән ауыл хужалығы етештереүселәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, әммә ул үҙ эшенә тоғро ҡала. Күптән түгел ул Башҡортостан Башлығының 2 миллион һум күләмендәге грантына лайыҡ булды. Йәш, талантлы ғалимәне алда тағы ла бик күп мөһим ғилми һәм тормош асыштары көтөүенә ышанам.
Башҡортостан һәр ваҡыт билдәле спортсылар – шашка буйынса донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, фехтование буйынса олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина, 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова, 5 тапҡыр Рәсәй чемпионы булған «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы ҡыҙҙары менән дан тотто. Ә күптән түгел Белорет спортсыһы Тәнзилә Исраилова тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй чемпионы булды! Уларҙың барыһына ла яңы еңеүҙәр һәм, әлбиттә, йәрәхәттәрһеҙ спорт үҫеше теләйем.
Республикабыҙҙың һәр ҡалаһында һәм районында, һәр һөнәрҙә һәм эшмәкәрлек өлкәһендә үҙ героиняларыбыҙ – ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бар, улар ярҙамында республикабыҙ тағы ла яҡшыраҡ, матурыраҡ һәм уңайлыраҡ була бара.
Был байрам көнөндә мин һеҙгә тормошоғоҙҙоң бәхет һәм мөхәббәт менән тулы булыуын теләйем! Ә ир-егеттәргә 8 мартта ғына түгел, көн һайын ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы бәхетле итеүҙәрен теләйем! Һаранланмағыҙ, ирҙәр, йышыраҡ сәскәләр бүләк итегеҙ. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ быға лайыҡ!” – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Сығанаҡ: vk.com/agnazarov