Бөгөн Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Ошо айҡанлы бөтәбеҙ ҙә гүзәл заттарҙы ҡотлайбыҙ. Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән блогер Майикмәк ошо байрамға бүләк алыуға ҡарата кәңәше менән уртаҡлашып, социаль селтәргә һалды.
Уңың белдереүенсә, ҡатын-ҡыҙҙарға бүләккә матур нәски һәм уның эсенә күп итеп аҡса һалып бүләк итергә кәрәк. Энә лә, дөйә лә бүләк. Нәски, етмәһә, эсендә күп аҡса булһа шәп тә инде!!! Үҙебеҙ теләгән әйберҙәрҙе һатып алырбыҙ.
Майикмәктең нәски буйынса шаяртыу-тәнҡите лә урынлы, сөнки ҡатын-ҡыҙҙар 23 февралгә - Ватан һаҡсылары көнөнә нәски бүләк итеүе киң таралған.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙҙе байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Иң мөһиме - ҡатын-ҡыҙ һәм әсә бәхете теләйбеҙ!