Матур үтһен ялығыҙ
17 Март 2025, 08:00

Гөлнур Мостафинанан тәмле бәлеш

Был бәлештәр сәхәргә лә, ифтар табынына тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡ булыр. Балалар ҙа ныҡ яратып ашай. 

Гөлнур Мостафинанан тәмле бәлешГөлнур Мостафинанан тәмле бәлеш
Гөлнур Мостафинанан тәмле бәлеш

Аш-һыу оҫтаһы Гөлнур Мостафина ҡамыры кетерләп кенә торған тәмле бәлеш рецебы тәҡдим итә.

Ҡамыр өсөн: 180 грамм ҡаймаҡ, ярты балғалаҡ сода, бер йомортҡа, 100 грамм аҡ май, самалап тоҙ һәм 400 грамм самаһы он алына.

Эслек: 400 грамм тауыҡ ите, 300 грамм картуф, өс баш һуған, самалап тоҙ, борос.

Эш барышы

Барлыҡ ингредиенттарҙы бергә ҡушып, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа 15-20 минутҡа ял иттерергә ҡуйып торабыҙ.

Ул арала эслек яһайбыҙ: картуфты, тауыҡ итен турап, тоҙ, борос ҡушабыҙ. Ҡамырҙы тигеҙ киҫәктәргә бүлеп, ваҡ бәлеш рәүешендә йәки үҙегеҙгә оҡшаған формала бәлештәр яһайбыҙ. 180 градус эҫелектәге мейестә 40-45 минут самаһы бешерәбеҙ.

Сығанаҡ һәм фото: “Бәйләнештә” селтәрендәге “Тәтеш таңнары”ннан мең дә бер... ХӘБӘР” төркөмө

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас