Ярһып-шашып яҙ килә, ҡояш ҡыҙҙыра, йылғаларҙа боҙҙар китә, ярҙарҙан таша. Бер яҡтан, матур күренеш, икенсе яҡтан, хәүефле лә. Һаҡ булайыҡ, төрлө хәлдәргә әҙер торайыҡ. Имен, уңышлы ялдар!
Киләһе көндәрҙә һауа торошо нисек була? Синоптиктар фаразына күҙ һалайыҡ:
24 марттан 30-ына тиклем йылыта, тип күҙаллай синоптиктар.
Дүшәмбе, 24 март, яуым-төшөм көтөлмәй. Иртән +3 градус йылы, төндә -1...-3 градус. Ел төньяҡтан, талғын.
Шишәмбе, 25 март, һауа температураһы тағы күтәрелә төшә. Көн ҡояшлы була. Тәүлек әйләнәһенә -1...+7 градустарҙа тирбәлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан.
Шаршамбы, 26 март, болотло. Көндөң тәүге яртыһында -1...+8 градус, икенсе яртыһында - +5...+2 градусҡаса төшә. Ел көньяҡтан.
Кесаҙна, 27 март, көн болотло булһа ла, һауа температураһы юғары - +10 градусҡаса етә. Ел көньяҡтан иҫә.
Йома, 28 март, тәүлек әйләнәһенә +1...+12 градус йылы. Ел көньяҡтан.
Киләһе ял көндәре - шәмбе, 29 март, һәм йәкшәмбе, 30 март, көндөҙ йылы - +12...+14 градус. Кис һәм төндә +8...+9 градус. Яуым-төшөм күҙалланмай. Ел көньяҡтан, талғын.
Юлдарҙа имен-һау йөрөгөҙ!
Г. Дауытова фотоһы һәм видеоһы.