Шаулап-гөрләп яҙ килә, йылғаларҙа боҙ китә, һыу күтәрелә. Ошо үҙенә күрә бер матур күренеш күбеһенең күңелендә хәтирәләр тыуҙыралыр. Бөрйән районынан Рәзилә Ғәлина ана шундай ҡәҙерле иҫтәлеге менән уртаҡлашты. Уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ, төркөмдәштәр.
Геүләп быйылғы яҙ ҙа килеп етте. Йәшәлгән ғүмер дәүерендә иң иртә килгән яҙ миҙгеле икән. 18 мартта “боҙ китә” тигәнгә ышаныуы ла ауыр һымаҡ. Бала саҡтан боҙ ағып, һыу ташыуын күреп үҫкәс, куңелгә яҡын да, хәтирәләргә лә бай бала саҡҡа, йәшлеккә алып ҡайта.
Ҡотан ауылы уҡыусылары көндәр йылынып, боҙ күгәреп йоҡара башлау менән Ырғыҙлыла йә интернатҡа, йә туғандарға сығып урынлашып бөтә ине. Күрше ауылға оло һыу аша йөрөү мөмкинлеге сикләнә. Инде боҙ китеп, һыу бер аҙ сыйҙымдан таҙарыу менән, балаларҙы моторлы кәмә менән аръяҡҡа сығарып ҡуялар, ҡаршы алалар. Бер аҙ ваҡыттан һуң паром үҙ эшен башлай. Рәхимов бабайыбыҙ оло күпер эшләткәнгә тиклем тормош шулай дауам иткәндер.
Хәтирәләр, хәтирәләр...
Сираттағы яҙ етте, беҙ - сығарылыш класындабыҙ. Боҙ күгәреп, йөрөү хәүефле булғас, беҙ ҙә интернатҡа килеп урынлаштыҡ. Аҙна тулып килә, а боҙ һаман китмәй.
Дәрестәр бөтөүгә, иртәгә армия сафына юллана торған ауылыбыҙ егеттәре көтөп тора:
- Ҡайтығыҙ, һеҙҙең арттан килдек, боҙ бит китәһе түгел ул, - тиҙәр. Бер-беребеҙгә ҡарашып торабыҙ. Ҡайтырға теләк ҙурайҙы, күҙҙәребеҙ ҙә янып киткәндер. Егеттәребеҙ ҙә батырая төштө.
- Биллаһи, иртән иртүк кире сығарып ҡуябыҙ! Киске уйында һеҙҙе күрге килә, ике йыл буйы күрешмәйбеҙ ҙә инде.
Ҡайтҡы ла килә, тик атайҙарҙан бер аҙ шөрләтә. Егеттәр ҙә дөрөҫ әйтә: ике йылдан ғына күрешергә мөмкин буласаҡ бит.
Биш ҡыҙ, бер егет дәррәү генә ҡайтырға тип юлға сыҡтыҡ. Боҙ аша сыҡҡанда һәр беребеҙ оҙон таяҡ тотоп, бер-беребеҙҙең эҙенә генә баҫып килеп сыҡтыҡ. Ҡайтҡас, атай-әсәйҙәребеҙ хупламағандыр. Атайымдың "һы" тип ҡарап ҡуйғаны минең өсөн күпте аңлата ине.
Киске уйынға сыҡтыҡ. Ауыл клубы күңелле уйын, бейеү, шат тауыштар менән гөж килеп тора. Кемдер йүгереп килеп инеп: "Боҙ китә!" - тиеүе менән, бөтәбеҙ ҙә Иҙел буйына сығып йүгерҙек.
Боҙ ярҙан-ярға бәрелеп аға, тышта һалҡын ел сыҡҡан. Әллә һыуыҡтан, әллә ярҙың был яғында ҡалып, иртәгә дәрескә бара алмаҫты белеп, бер-беребеҙгә һыйынып шым ғына илаша башланыҡ.
Мажаралы ла, бер аҙ шомло ла булып китте беҙҙең өсөн боҙ. Иртән иртүк сығып китеү планы боҙолдо, ә егеттәрҙе йырлай-йырлай тау башына тиклем менеп оҙатып ҡалыу бәхете эләкте. Төшкөһөн моторлы кәмәлә бөтәбеҙҙе лә аръяҡҡа сығарып ҡуйҙылар. "Һы " тип ҡаршы алған атайым оҙатҡанында: "Шунан, боҙҙо оҙатып ҡуйҙыңмы?" - тигәс, оялыштан баш аҫҡа эйелде.
Боҙҙо оҙатып ҡуйыу беҙгә, 17 йәшлек үҫмерҙәргә, әсегә төштө. Икенсе көнө дәрескә килеп инеү менән,ҡыҙыу ғына холоҡло класс етәксебеҙ бер сәғәт буйы Ҡотан ҡыҙҙарының киләсәктә бер ҡайҙа ла уҡырға инә алмаҫлыҡ характеристика менән сыға икәнен бәйән итте һәм "выговор с занесением һәр берегеҙгә", - тип һүҙен тамамланы. Линейка үткәрелеп, беҙҙе сығарып баҫтырып, беҙгә әйткән һүҙен бар мәктәп уҡыусылары алдында ла раҫланы класс етәксебеҙ.
Имтихандарҙы һәр беребеҙ ыңғай ғына бирҙек, тик теге выговор иҫкә төшкән һайын, дәрестән ҡайтҡан юлда илашып ала инек.
Әле лә үҙебеҙгә һоҡланам: 4-се кластан башлап күрше ауылға йөрөп уҡыған биш ҡыҙ, бер егет бер-беребеҙҙе көтөшөп, бергә барыр, бергә ҡайтыр инек.
Ул йылы һыу ташыу июнь айы башында булғанын иҫләйем, сөнки ул һыуҙың тәрәнлеген үҙ елкәмдә татыным. Имтихандарҙы тапшырып бөтөп, көлөшә-көлөшә йүгерешеп паромға килеп мендек. Фәнисебеҙ йылмайып беҙгә ҡарай:
- Йә, ҡыҙҙар, һеҙ әҙерме һыуға һикерергә? Әйткән һүҙ - атҡан уҡ. Имтихандар бөтөү менән һикерергә һөйләштек түгелме?
Беҙ, сыр-сыу килешеп, "Һин алдан әйҙә", - тип бер-беребеҙҙе дәртләндерәбеҙ. Ә егет кеше, беҙ уйлағансы, бишебеҙҙе сырылдатып һелтәп тә бөттө. Һыу аҫтынан оҙаҡ күтәрелдем, күп кенә һыу йоттом, ҡысҡырып, асыҡ ауыҙ менән барып төшкәнмендер инде. Оҙаҡ аҡтым, класташым Дилара менән икебеҙ Сусҡаморон ҡаяһы янынан килеп сыҡтыҡ.
Ә аттестаттар алғанда характеристикала "Бик шәп уҡыусылар" тиелгән ине, боҙ киткәнен ҡарап, оҙатып килеүебеҙ тураһында ләм-мим.
Йылдар арауығында биш ҡыҙ төрлө ерҙә йәшәһәк тә, осрашҡанда һүҙҙәр бөтмәй, бер-беребеҙгә иң яҡын кешеләрбеҙ.