Бөтә яңылыҡтар
10

Таба еҫе сығарып, ҡоймаҡ ҡояйыҡ әле!

Был рецепт буйынса ҡоймаҡ һәр ваҡыт селтәрле генә килеп сыға. 

Таба еҫе сығарып, ҡоймаҡ ҡояйыҡ әле!
Таба еҫе сығарып, ҡоймаҡ ҡояйыҡ әле!

Бөгөн – байрам, изге Ураҙа ғәйете. Әйҙәгеҙ, йортобоҙға тәмле еҫтәр таратып, ғәйет сәйенә ҡоймаҡ ҡойоп алайыҡ әле. Был рецепт буйынса ҡоймаҡ һәр ваҡыт тәмле һәм селтәрле генә килеп сыға. 

Шулай итеп, ярты литр һөткә яҡшы итеп туғып ике йомортҡа, бер балғалаҡ тоҙ, өс балғалаҡ шәкәр ҡомо, бер сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), ике стакан самаһы он һалып, һәйбәт итеп туғыйбыҙ. Артабан ҡамыр өҫтөнә әле генә ҡайнап сыҡҡан бер стакан эҫе һыу ҡушабыҙ һәм тағы бутайбыҙ. Унан инде өс-дүрт аш ҡалағы үҫемлек майы өҫтәйбеҙ һәм ҡамыр әҙер.

Ҡыҙыу табала ике яҡлап ҡыҙҙырып бешерәбеҙ. 

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! Байрам мөбәрәк булһын!  

Фото: henek.info

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: