Матур үтһен ялығыҙ
27 Апреля 2025, 20:20

Ҡалаҡтарығыҙ ялтырап торор!

Ваҡыт үтеү менән ҡалаҡ-сәнске, бысаҡтарҙың һарғая башлауы, төҫтәре юғалыуы бер кемгә лә сер түгел.

Ҡалаҡтарығыҙ ялтырап торор!Ҡалаҡтарығыҙ ялтырап торор!
Ҡалаҡтарығыҙ ялтырап торор!

Уларҙы таҙартыуға оҙаҡ ваҡыт ҡул теймәй йөрөлә. Баҡтиһәң, был эште күпкә еңеләйтеп була икән. Өҫтәүенә бының өсөн кәрәкле әйберҙәр һәр кемдең өйөндә бар.

Ҡалаҡ-сәнскеләрҙе таҙартыу өсөн бер литр һыуға бер аш ҡалағы тоҙ, ике йомортҡаның ҡабығын һалабыҙ ҙа, приборҙарҙы шунда һалып ҡайнатабыҙ. Үҙ күҙегеҙгә үҙегеҙ ышанмаҫһығыҙ: ҡалаҡтарығыҙ ялтырап китәсәк!

Автор фотоһы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас