+24 °С
Ямғыр


Тағы бер яҡташыбыҙ “Мөғжизәләр яланы”нда ҡатнашып ҡайтты.
Салауат ҡалаһынан Мария Сергеева – оҫта кондитер. Ғаиләләрендә дүрт балаһына хәстәрлекле әсәй ҙә.
Беренсе каналдағы “Мөғжизәләр яланы” программаһына ул балалары менән килгән. Ҡыҙҙары дәртле бейеү номеры әҙерләгән һәм үҙ ҡулдары менән мозаиканан Леонид Аркадьевичтың портретын йыйып бүләк иткән.
Мария финалға үтмәһә лә, лайыҡлы уйнап, ҡумтала бүләккә эйә булған. Афарин!