Ап-аҡ ҡарҙай аҡ сәскәләр яуа...

Йырҙың һүҙҙәре тулыһынса түбәндә: 

Ап-аҡ ҡарҙай аҡ сәскәләр яуа...Ап-аҡ ҡарҙай аҡ сәскәләр яуа...
Ап-аҡ ҡарҙай аҡ сәскәләр яуа...

Күгәрсен районы Түләбай ауылынан аталы-уллы Илгиз һәм Илдус Юнысовтар башҡарыуында матур йыр. Ялдарыбыҙ имен, файҙалы үтһен, һәр беребеҙгә тик яҡшы хәбәрҙәр генә ишетергә яҙһын.

 

Муйыл бураны

Гөлнара Рәшитова һүҙҙәре. Риф Арыҫлан көйө.

 

Йәмле яҙҙар дәртле йәшлегемә

Алып ҡайтыр кеүек тойола.

Муйыл сәскәләре ҡойолғанда

Һине уйлап бәғ(е)рем уйыла.

 

Ҡушымта:

Ап-аҡ ҡарҙай аҡ сәскәләр яуа,

Аҡҡа сумған ауыл урамы.

Алып ҡайт һин мине йәшлегемә,

Май айының аҡ муйыл бураны,

Май айының муйыл бураны.

 

Һағынамын муйыл сәскәһеләй

Аҡ бәхеткә тулы яҙымды.

Һандуғаслы алһыу таңдарымды,

Ғашиҡ булған тәүге йәремде.

 

Ҡушымта:

Ап-аҡ ҡарҙай аҡ сәскәләр яуа,

Аҡҡа сумған ауыл урамы.

Алып ҡайт һин мине йәшлегемә,

Май айының аҡ муйыл бураны,

Май айының муйыл бураны.

 

Хуш еҫ бөркөп муйыл сәскәләре

Ҡойолалар иҫкән елдәргә.

Йырым аша сәләм әйтәм әле

Йәшлек тигән гүзәл илдәргә.

 

Ҡушымта:

Ап-аҡ ҡарҙай аҡ сәскәләр яуа,

Аҡҡа сумған ауыл урамы.

Алып ҡайт һин мине йәшлегемә,

Май айының аҡ муйыл бураны,

Май айының муйыл бураны.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас