Ҡамыр аштары уңһын өсөн...

Ошо серҙәрен дә белеү ҡамасауламаҫ. Уңған хужабикәләрҙән кәңәштәрҙе үҙегеҙгә лә һаҡлап ҡуйығыҙ. Ҡамырға һыу менән иҙелгән картуф крахмалы өҫтәгеҙ – булка һәм бәлештәр ҡабарып бешә, икенсе көндә лә йомшаҡ була. Ондо һәр саҡ иләгеҙ: ул таҙарып ҡына ҡалмай, ә кислородҡа байый. Артабан комментарийҙа 

Ҡамыр аштары уңһын өсөн...Ҡамыр аштары уңһын өсөн...
Ҡамыр аштары уңһын өсөн...

*Ҡамырға һыу менән иҙелгән картуф крахмалы өҫтәгеҙ – булка һәм бәлештәр ҡабарып бешә, икенсе көндә лә йомшаҡ була. Ондо һәр саҡ иләгеҙ: ул таҙарып ҡына ҡалмай, ә кислородҡа байый.

*Бәлеш, ҡоймаҡ, икмәк ҡамырына (билмән, ҡатлы, печенье ҡамырынан башҡа) ярты литр шыйыҡлыҡҡа бер ҡалаҡ (өймәләм булһа ла ярай) маный ярмаһы өҫтәгеҙ – эре күҙәнәклек булғас, матур ҡабара, оҙаҡ кипмәй.

*Ҡамырға һөттән тыш, минераль һыу ҙа өҫтәгеҙ.  Бер балғалаҡ соданы ½ стакан һыуға болғатырға, лимон йәки уксус менән һүндерергә – шулай иткәндә ҡамыр уңа.

*Ҡамыр ҡуйған бүлмәлә үтә һуҡҡан ел булмаҫҡа тейеш – ул бәлештең тышын ҡалынайтыуға сәбәп.

*Әсетке менән яһалған ҡамырҙа бөтә ингредиенттар йылы булһын – яҡшы ҡабара. Шыйыҡса 30-30 градус йылы булмаһа, дрожжилағы бәшмәктәр әүҙемлеген юғалта.

*Ҡамырҙы ҡоро ҡул менән баҫырға кәрәк.

*Духовкаға ҡуйыр алдынан 15-20 минут тын алдырырға – шулай итмәгәндә насар ҡабара, бешмәй ыҙалата.

*Ҡамырға иретелмәгән аҡ май ҡушыу отошло – тәмле була.

*Һөт ҡушылған ҡамырлы бәлештәр тәмле һәм хуш еҫле, тышы ялтырап, төҫө матур булып бешә.

*Ҡамырға шәкәр күберәк ҡушылһа, ул тиҙ ҡыҙарып, көйә башлай. Дрожжилы ҡамыр оҙаҡ ҡабара, матур ҡалҡмай.

*Ҡаймаҡ ҡуйылығындағы майҙы ҡамырға иң аҙаҡтан ҡушҡанда, яҡшы ҡабара.

*Бәлеш йомшаҡ булһын өсөн йомортҡаның һарыһын ғына ҡушығыҙ.

*Бейек бәлеш тигеҙ бешһен тиһәгеҙ һүрәүерәк утҡа ҡуйығыҙ.

*Бәлеш төбө ҡоро булһын өсөн крахмал һибегеҙ, шунан эслекте һалығыҙ.

*Ҡамырҙа шыйыҡса әҙерәк, май күберәк булһа, бәлеш йомшаҡ була.

*Ҡамырға йөҙөмдө ҡушыр алдынан уны онға әүәләргә кәрәк.

*Ҡамыр ҡабарған, ә уны ҡуйырға ваҡыт юҡ икән, өҫтөнә һыуланған (һыуын ныҡ итеп һелкегеҙ) ҡағыҙ һалып тороғоҙ.

*Бәлеште эҫе килеш ҡырҡмағыҙ, ә тура килһә инде, бысаҡты эҫе һыуҙа йылытып, тиҙ генә ҡоротоғоҙ ҙа телегеҙ.

Аштарығыҙ һәр саҡ уңып бешһен!

Әминә Ишморатова фотоһы.

Ҡамыр аштары уңһын өсөн...
Ҡамыр аштары уңһын өсөн...
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас