Балалар уйнап рәхәтләнә

Арыҫлан балаһы һәм гөбөргәйел нисек йыр йырланы?

Балалар уйнап рәхәтләнәБалалар уйнап рәхәтләнә
Балалар уйнап рәхәтләнә

II "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивален икенсе төрлө кескәйҙәрҙең һабантуйы тип атарға ла мөмкин. Ысынлап та, бында ҡыҙ һәм малайҙар рәхәтләнеп уйнай, йәнһүрәттәр ҡарап кинәнә, туңдырма ашай, әкиәт геройҙары менән бергә шаяра, ата-әсәләре һатып алған уйынсыҡтар өсөн ҡыуана.

Фестивалдең төп сәхнәһендә "Бөтә ҡунаҡтар өсөн дә" тигән иллюзион шоу ойошторолдо. Бәләкәстәр Биктимер менән Әҙиләнең нисек итеп шатланғанын күрһәгеҙ! Әйтеүҙәренсә, төштән һуң тағы ла киләсәк улар.

"Арыҫлан балаһы һәм гөбөргәйел нисек йыр йырланы" тигән пластилин менән бәйле анимация буйынса оҫталыҡ дәресе үтте, "Пазл йыябыҙ һәм кубик эшләйбеҙ" тип аталған тирмә янында анимацион программа ойошторолдо.

Фестиваль сиктәрендә баскетбол буйынса 3/3 Urambairam тигән бәйге уҙғарылды. Уйындар Башҡортостан Спорт министрлығының Гранты ярҙамында ойошторолдо. Әйткәндәй, бөгөн баскетбол уйынында малайҙар ҡатнашты, ә иртәгә ҡыҙҙар өсөн баскетбол ярышы уҙа. Еңеүселәр 7 июндә билдәле буласаҡ.

Шуныһы, фестивалдә Өфө тураһында уйындың исем туйы булды. Ул Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан төҙөлгән. "Мираҫты һаҡлау" уйыны Өфө ҡалаһының тарихына арналған.

– Уйынды Башҡортостан Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы заказы буйынса эшләнек, – тине уйынды эшләүсе компания етәксеһе Евгения Черкасова. – Ул ҙур компанияға тәғәйенләнгән. Бөтә ғаилә менән дә уйнарға мөмкин, дуҫтар һәм класташтарҙы ла йәлеп итергә була.

Уйындың сюжеты түбәндәгесә: Гөлназ, Морат, Азамат, Ғәлим һәм Дилара Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары буйынса сәйәхәткә юллана. Һәр аҙымдары – үҙҙәре өсөн ниндәйҙер яңылыҡ асыу һәм белеү – легенданан алып билдәле урындарға хәтлем йөрөйҙәр. Шулай итеп, аҙым эшләгән һайын улар алға бара, үҙ сиратында, Өфөнө тәрәнерәк белә.

Уйын ике сәғәткә иҫәпләнгән.

Фото: Илдар Аҡъюлов. 

Балалар уйнап рәхәтләнә
Балалар уйнап рәхәтләнә
Балалар уйнап рәхәтләнә
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас