

Өфө ҡалаһында "Әйҙә, уйнарға!" II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале дауам итә. Иртә булыуға ҡарамаҫтан, Өфөнөң Октябрь Революцияһы, Зәки Вәлиди, Пушкин һәм Цюрупа урамдарынан, ҡыҫҡаһы, төрлө яҡтан кешеләр Бала саҡ иленә килә башланы. Бында уларҙы әкиәт геройҙары, мультфильм персонаждары, һәм әлбиттә, ошо сараны ойоштороусылар әйҙүкләп ҡаршыланы. Шуныһы, һәр көндәгесә, бөгөн дә бик бай программа ҡаралған.
Мәҫәлән, төп сәхнә гөрләп тора, шулай уҡ Аҡмулла сәхнәһе лә һабантуйҙы хәтерләтә. "Матроскин һәм Шарик" тигән совет мультфильмынан Матроскин менән Шарик ҡурсаҡтары менән бер булды бәләкәстәр, персонаждар менән ваҡытлыса тату эшләүҙә ҡатнашты малай һәм ҡыҙҙар. Бынан тыш оҫталыҡ дәрестәренә майҙан иркен һәм ваҡыт күп бүленгән. "Матроскиндан битлек", "Киләсәккә һауытта хат" исемле ижади оҫталыҡ дәрестәре, "Простоквашинаның йәйе", "Матроскин менән Шарик каникулда" тип аталған оҫталыҡ дәрестәре, Простоквашино мультфильмы буйынса әҙерләнгән Почтальон Печкин һәм Федор ағайҙан квиз һәм башҡа саралар шуға асыҡ миҫал. Һүҙ ҙә юҡ, аҙаҡтан төрлө конкурстарҙа һәм уйындарҙа ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы була.
Мәҙинә ханым ҡыҙы Сабира менән фестивалгә ашыҡҡан. Ҡыҙсыҡтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Совет майҙанында уға ныҡ оҡшай, бында әхирәттәрен осратҡан. Әгәр инде арып китһәләр, уларҙы әсәләре туңдырма һәм бүтән тәмлекәстәр менән һыйлаған.
– Аксаков урамында йәшәгәс, фестивалгә атлап килдек, ҡыҙымда ҡурсаҡтарға ҡыҙыҡһыныу ҙур, тирмә эсендә лә уйнарға әүәҫ, – тип һөйләй әңгәәмсем. – Фестивалде ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, уны йыл да үткәреү айырыуса отошло. Дүрт көн түгел, хатта бер аҙана барһа ла, был урында халыҡ күп буласаҡ.
Фото: Илдар Аҡъюлов.