Малайҙар һәм ҡыҙҙар дүртенсе көн уйнай

Ҡурсаҡтар иртә менән ҡунаҡтарҙы көләс йөҙ менән ҡаршы алды.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар дүртенсе көн уйнайМалайҙар һәм ҡыҙҙар дүртенсе көн уйнай
Малайҙар һәм ҡыҙҙар дүртенсе көн уйнай

Өфөлә барған II "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестиваленең аҙаҡҡы көнө лә яҡынлашты. Сара бөгөн ябылғас, унда килеүселәр айырыуса күп ине.

Үткән көндәрҙәге кеүек, йәкшәмбе көнө өсөн дә бик бай программа төҙөлгән. Мәҫәлән, йәнһүрәт геройҙары Винни-Пух, Пятачок, Арыҫлан балаһы һәм Тутыйғош ише ҡурсаҡтар иртә менән ҡунаҡтарҙы көләс йөҙ менән ҡаршы алды, унан алыҫ түгел тирмәлә төрлө персонаждарға ваҡытлыса тату эшләүҙе лә күрһәттеләр. Шулай уҡ "Персонаждарға үрелгән беләҙек" тигән ижади оҫталыҡ дәресенең, "Бала саҡтың серле йыһаны", "Персонаждар өсөн муйынсаҡ һәм бисер", "Дуҫлыҡ – мәңгелеккә" тигән оҫталыҡ дәрестәренең, "Көйөнә ҡарап йәнһүрәтте таны" исемле музыкаль квиздың уҙғарылыуы шуға асыҡ миҫал. Быларҙың барыһы ла "Союзмультфильм" майҙанында ойошторола.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры "Музыкаль әкиәттәр буйынса" тип аталған театрлаштырылған тамаша күрһәтәсәк. Ул "Урал батыр" эпосы нигеҙендә әҙерләнгән. Ә инде киске 17 сәғәттә "Әйҙә уйнарға" Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивален ябыу буласаҡ.

Хәйер, унан һуң да саралар ҡаралған әле. "Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!" тамашаһы һәм концерт шуға асыҡ дәлил. Әйткәндәй, бөгөн ойошторолған саралар тулыһынса "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосына арналған, сөнки быцылдан 8 июнь - "Урал батыр" эпосы көнө.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

#АйдаИгратьУфа
#АйдаИграть25
#АИДТ
#Әйҙәуйнарға
#Әйҙәиграть

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас