Матур үтһен ялығыҙ
12 Июль 2025, 09:00

Йылы көндәрҙе файҙаланып ҡалығыҙ

Ямғыр миҙгеле ҡасан башлана?

Йылы көндәрҙе файҙаланып ҡалығыҙЙылы көндәрҙе файҙаланып ҡалығыҙ
Йылы көндәрҙе файҙаланып ҡалығыҙ

Был ял көндәрендә яуым-төшөм көтөлмәй

12 һәм 13 июлдә көслө ел, ямғыр фаразланмай. Һауа температураһы әллә ни эҫе лә түгел – төндә +13...+18 градус, көндөҙ + 23 ...28 градус күрһәтә. Тәбиғәттә иркенләп ял итергә бик ҡулай көндәр, файҙаланып ҡалығыҙ.

Икенсе аҙнаның шишәмбеһендә көн болотло, ямғырлы була, ти синоптиктар. Кесаҙна һәм йомала йәшенле ямғыр, ә көн эҫе була +30-ға етеүе ихтимал. Шулай ямғыр миҙгеле башланып, ай аҙағынаса дауам итә. Һауа температураһы +23-кә тиклем төшә.

Һауа торошона ҡарап эштәрегеҙҙе, ялдарығыҙҙы алдан күҙаллап ҡуйығыҙ.

Ләйсән Үтәғолова фотоһы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас