

Тағы ҡасан һыу инербеҙ?
Синоптиктарҙың фаразынса, киләһе аҙнаның тәүге көндәре ямғырлы була.
“Яндекс. Погода” мәғлүмәттәре буйынса, тәүге көндәрҙә ямғыр, ҡалған яғына аяҙ күрһәтә.
Дүшәмбе, 28 июль, төндә һауа температураһы +12, көндөҙ +18 градусҡаса етә. Тәүлек әйләнәһенә яуым-төшөмлө. Ел төньяҡтан, талғын.
Шишәмбе, 29 июль, көндөң тәүге яртыһында ямғыр яуа. Төндә +14 градус, көндөҙ +22 градус. Ел төньяҡ- көнсығыштан.
Шаршамбы, 30 июль, иртәнге яҡта ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнсығыштан. Һауа температураһы төндә +16, көндөҙ +24 градус.
Кесаҙна, 31 июль, яуым-төшөмһөҙ, болотло көн көтә. Һауа температураһы төндә +15, көндөҙ +22 градус. Ел төньяҡ-көнсығыштан, талғын.
Йома, 1 август, ниһайәт, ҡояшлы көн фаразлайҙар. Төндә +15...+19, көндөҙ +22 градус. Ел төньяҡ- көнсығыштан.
Икенсе ялдарҙа республикала яуым-төшөмһөҙ, йылыраҡ көндәр килә. Шәмбе, 2 август, йәкшәмбе, 3 август, төндә +18...+20 градус, көндөҙ +29 градусҡаса эҫетә. Төньяҡтан, көнсығыштан һиҙелер-һиҙелмәҫ ел иҫә.