Матур үтһен ялығыҙ
20 Сентябрь 2025, 19:40

Азамат Туйгилдиндан музыкаль сәләм!

Күркәм, музыкаль ғаиләләрҙең береһе булған Туйгилдиндарҙы Көйөргәҙе районында белмәгән кеше юҡ: улар электән сығыштары менән тамашасыны моңландырып, илһамландырып, ауыл халҡының күңелен күтәргән. 

Азамат Туйгилдиндан музыкаль сәләм!Азамат Туйгилдиндан музыкаль сәләм!
Азамат Туйгилдиндан музыкаль сәләм!

Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылы мәҙәниәт йортонда “Мираҫ” ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Азамат Туйгилдиндан йырлы-моңло ҡайнар сәләм!

Ғөмүмән, күркәм, музыкаль ғаиләләрҙең береһе булған Туйгилдиндарҙы Көйөргәҙе районында белмәгән кеше юҡ: улар электән сығыштары менән тамашасыны моңландырып, илһамландырып, ауыл халҡының күңелен күтәргән.

“Беҙҙең ауыл Түбәнге Мотал тип атала торғайны. Бәләкәйҙән беҙ ғаилә ансамбле менән сығыш яһаныҡ. Иң өлкәне Урал ағайым, хаҡлы ялда булһа ла, районда үткәрелгән концерттарҙа йырлап, гармунда һыҙҙыра, Лилиә апайым да концерттарҙан тороп ҡалмай. Азат ағайым да ныҡ талантлы ине, ҡыҙғанысҡа, иртә баҡыйлыҡҡа күсте. Мин дә гармунда ла, ҡурайҙа ла уйнайым. Ҡустым Самат та музыкаль яҡтан һәләтле. Әлеге ваҡытта Яҡупта мәктәп директоры булып эшләй”, - ти Башҡортостандың мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Туйгилдин.

Йыр-моңға ғашиҡ Туйгилдиндарҙың музыкаль һәләте киләсәк быуындарға ла күсһен, йырлап шатланып йәшәһен, тигән теләк теләйбеҙ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас