Был рецепт менән интернет селтәрендә Мәрйәм Миңлеғолова уртаҡлаша.
- Биш йомортҡаны миксер менән күперттем, шунан бер ҡалаҡ көнбағыш майы өҫтәнем, балғалаҡ осонда сәй содаһы алдым да уксус менән һүндерҙем, йомортҡаға ҡуштым. Миксерҙы һүндереп ипләп кенә иләнгән он һалып болғаттым. Ҡамыр бик ҡаты ла, артык йәйелеп китерлек тә булмаһын. 20 минут ял иттерҙем. Ҡамырҙан бауҙар тәгәрәтеп киҫтем дә, майлы табаға ҡуйып барҙым, бауырһаҡтар өҫтөнә йылы май ағыҙҙым да духовкаға тыҡтым. Ишеген бер ара асып алдым. Бешеп еткәс алдым. Тәмле булһын, - тип яҙа Мәрйәм апай.
Бөгөн-иртәгә бешереп ҡарайбыҙмы, ҡыҙҙар?
Фото - Мәрйәм Миңлеғолова сәхифәһенән.