Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
18 Октябрь 2025, 10:45

Ҡытай, корея ҡатын-ҡыҙҙары бит тиреһен ошолай таҙалаймы?

Бер балғалаҡ бал, бер балғалаҡ шәкәр һәм теш пастаһы йыйырсыҡтарға ҡаршы мөғжизә тыуҙыра, тиҙәр... 

Ҡытай, корея ҡатын-ҡыҙҙары бит тиреһен ошолай таҙалаймы?
Ҡытай, корея ҡатын-ҡыҙҙары бит тиреһен ошолай таҙалаймы?

Ҡытай, Корея ҡатын-ҡыҙҙары бит-йөҙөнөң матурлығына айырыуса ҙур әһәмиәт бирә. Интернет селтәрендә бер балғалаҡ бал, бер балғалаҡ шәкәр һәм ике-өс борсаҡ дәүмәле теш пастаһын ҡушып яһалған ҡатнашма менән бит тиреһен таҙаларға кәңәш иткән рилстар ныҡ таралды. Усҡа һалып яҡшы итеп болғап, ошо ҡатнашманы бит, муйын тиреһенә ипләп кенә һөртөргә ҡушалар. Бер нисә минут тотҡас, йылы һыу менән сайырға. Тәҡдим итеүселәр был ҡатнашманың битте шул тиклем һәйбәт таҙартыуын, йыйырсыҡтарҙың яҙылыуын, бит-йөҙ тиреһенең шымарыуын билдәләй. 

Был алымды үҙ миҫалында тикшереп ҡараған блогерҙар ҙа, уға ҡарата үҙ фекерен белдергән косметологтар ҙа етерлек. Һығымта шулай: бит тиреһенә бындай тәжрибә яһау – ике осло, йәғни бындай битлек зыян килтереүе лә ихтимал. Эйе, ҡатнашма бит тиреһен таҙарта, йомшағыраҡ итә, әммә быны икенсе – күпкә хәүефһеҙерәк алымдар, тәбиғи битлектәр һәм скрабтар ярҙамында ла эшләргә мөмкин. Шулай ҙа ҡулланып ҡарарға теләһәгеҙ, ныҡ мөһим иҫкәрмә: теш пастаһының составында фтор булмаҫҡа тейеш!   

"Был осраҡта ниндәй комментарий бирергә лә белеп булмай. Бит-йөҙ - ул һынау үткәреү урыны түгел. Ғөмүмән, интернетта таралған, әммә косметологияла рәсми рәүештә бер ҡасан да һыналмаған алымдарҙы ҡулланмаҫҡа кәңәш итәм", - ти косметолог Олеся Ишмырҙина. 

 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас