Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
24 Октябрь 2025, 20:00

Бына шундай оҫталар бар беҙҙә!

Ижади майҙандар, ҡул эштәре оҫталары күргәҙмәләре һәр байрамдың һоҡланғыс биҙәге булырлыҡ.

Бына шундай оҫталар бар беҙҙә!
Бына шундай оҫталар бар беҙҙә!

Республика көнөнә һәм Бүздәк районының 95 йыллығына  арналған байрам саралары гөрләп үтеп китеүенә ҡарамаҫтан, унда алған бай тәьҫораттар оҙаҡ йылдарға етерлек. Ҡаҙаныштар, райондың данлыҡлы тарихи биттәре менән танышыуҙан тыш, ижади майҙандар, ҡул эштәре оҫталары күргәҙмәләре байрамдың һоҡланғыс биҙәге булды.

Һеҙҙе шул ғәжәп матур эштәрҙең ҡайһы берҙәре менән таныштырғыбыҙ килә. Гүзәл Мөлөкова ҡағыҙҙан иҫ киткес үҙенсәлекле әйберҙәр яһай– интерьер кәрзиндәре, ваза, шкатулка, кашпо, абажур, батмус һәм башҡа бик күп төрлө әйберҙәр. Ул даими рәүештә ассортиментты арттырыу өҫтөндә эшләй.

Зөбәржәт Арыҫланованың биҙәүестәре, беләҙек, алҡа, муйынсаҡ кеүек изделиелары эргәһенән бер аҫыл зат вәкиле лә тыныс ҡына үтеп китә алмайҙыр.

“Лавка-булавка” оҫтаханаһы сифатлы түшәк, кухня кәрәк-яраҡтары менән ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Рида Вәлиева комплекттарға, таҫтамал, салфетка, алъяпҡыс һәм башҡа әйберҙәргә заказдар ала. Бындай текстиль изделиелар һәр өйҙө  йәмләйәсәк, ҡабатланмаҫ итәсәк. Ләйсән Хөсәйенованың туҙҙан яһалған картиналары  һәм паннолары һәр кемдең иғтибарын үҙенә тарта.

Ҡаңны-Төркәй ауылында йәшәгән Рәйсә Яҡупованың милли кейем биҙәүестәренә, тәңкәләр менән биҙәлгән селтәр, яулыҡ һәм башҡа ҡул эштәренә ҙур ижади хеҙмәт һәм тырышлыҡ һалынған.

Бына шундай талантлы, һоҡланғыс, үҙенсәлекле һөнәр эйәләре йәшәй Бүздәк ерендә!

 Фото: “Буздякские новости” гәзите сайты.

 

 

Бына шундай оҫталар бар беҙҙә!
Бына шундай оҫталар бар беҙҙә!
Бына шундай оҫталар бар беҙҙә!
Бына шундай оҫталар бар беҙҙә!
Бына шундай оҫталар бар беҙҙә!
Бына шундай оҫталар бар беҙҙә!
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас