Был ҡоймаҡ йомшаҡ, күҙәнәкле һәм бик тәмле килеп сыға.
Ингредиенттар:
- Һөт - 1 литр
- Йомортҡа - 1 дана.
- Ҡоро сүпрә- 2 сәй ҡалағы
- Шәкәр - 2 сәй ҡалағы
- Сода - 0,5 сәй ҡалағы
- Аш һеркәһе - соданы һүндерергә
- Тоҙ - 1 сәй ҡалағы
- Он - яҡынса 500 гр
3. Йомортҡаны сәнске йәки венчик менән яҡшылап туғығыҙ. Уны һәм ҡабарған сүпрәне йылы һөткә өҫтәп болғағыҙ.
4. Ҡамыр әҙерләү. Яйлап, бер нисә өлөш менән, иләнгән ондо һөткә өҫтәгеҙ, төйөрсөктәр булмаһын өсөн венчик менән яҡшылап болғағыҙ. Консистенция буйынса ҡуйы ҡаймаҡ кеүек ҡамыр килеп сығырға тейеш. Һауытты таҫтамал менән ҡаплағыҙ һәм ҡабарһын өсөн йылы урынға 1 сәғәткә ҡуйығыҙ.
5. Бер сәғәттән ҡамырға тоҙ һәм аш һеркәһе менән һүндерелгән сода ҡушығыҙ. Тиҙ генә болғағыҙ һәм тағы 5 минутҡа ҡалдырығыҙ.
6. Мөһим мәл: әҙер ҡамырҙы йыш бутарға кәрәкмәй. Половник менән һаҡ ҡына алығыҙ ҙа ҡыҙған майлы табаға ҡойоғоҙ. Ҡоймаҡты ике яҡтан алтын төҫкә тиклем ҡыҙҙырығыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Сығанаҡ: https://vk.com/firuzayuliya?from=groups (Фирүзә һәм Юлиә Хәлиловаларҙың төркөмөнән).
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!