Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
2 Декабрь 2025, 14:00

22 йыл һауа торошон күҙәтә

"Иң һыуыҡ Яңы йыл байрамдарын яҙып бармағайным, шулай ҙа 1979 йылды нисек ҡаршылағанды яҡшы хәтерләйем.Мин ул саҡта армия хеҙмәтенән һуң водитель булып эшкә урынлашҡайным, сатнап торған, ағастар шартлап ярылған һыуыҡ ине, беҙ ул көндә рейсҡа сыҡманыҡ",–тип хәтерләй ул.

22 йыл һауа торошон күҙәтә
22 йыл һауа торошон күҙәтә

Беҙ барыбыҙ ҙа һауа торошоноң нисек булыуы менән ҡыҙыҡһынабыҙ, бөтә тормошобоҙ, хатта кәйефебеҙ көндөң нисек булыуы менән бәйле. Оҙаҡҡа һуҙылған йонсотҡос ямғырҙар, бысраҡ юлдар ялҡытҡан  әлеге осорҙа ҡышты һағынып көтәбеҙ. Яңы йылды аҡ ҡарһыҙ ҡаршыламабыҙ бит инде...

Ә бына Мәләүездә йәшәгән Владимир Немков көндөң нисек буласағын, күҙаллауҙарын ырымдарға, һынамыштарға ҡарап түгел,  күп йыллыҡ яҙмаларына ҡарап билдәләй.

“Барыһы ла дуҫымдың үтенесенән башланды. Уның улына мәктәптә һауа торошон бер ай буйына яҙып барырға ҡушҡандар, ә урамда термометрҙары булмағас, минең яҙып барыуымды һораны. Аҙаҡ был көндәлек шөғөлөмә әүерелде, – ти Владимир Немков.

Тәүге яҙма 2003 йылдың 23 апреле менән билдәләнгән. Иң һыуыҡ көн 2006 йылдың 20 ғинуарында булған, иртән термометр минус 42 градус күрһәткән. 2023 йылдың 8 һәм 9 ғинуары 37-39 градус һыуығы менән яҙмала ҡалған. Февраль айы ла сатнама һыуыҡтары менән аптыратҡан. Мәҫәлән, 2011 йылдың 19 февралендә иртән Мәләүездә 36 градуслыҡ һыуыҡ торған.  

- Иң һыуыҡ Яңы йыл байрамдарын яҙып бармағайным, шулай ҙа 1979 йылды нисек ҡаршылағанды яҡшы хәтерләйем. Мин ул саҡта армия хеҙмәтенән һуң водитель булып эшкә урынлашҡайным, сатнап торған, ағастар шартлап ярылған һыуыҡ ине, беҙ ул көндә рейсҡа сыҡманыҡ, – тип хәтерләй Владимир Немков.

“Бына шундай ҡыҙыҡһыныусан кеше  эшләй беҙҙең редакцияла, – тип яҙа “Путь Октября” гәзите хәбәрселәре. – Владимир Немков хаҡлы ялда булһа ла, водитель булып  эшләүен дауам итә, район гәзиттәре хәбәрселәрен йөрөтә”.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Фото: “Путь Октября” гәзите.

22 йыл һауа торошон күҙәтә
22 йыл һауа торошон күҙәтә
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас