Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
3 Декабрь 2025, 09:00

Йыл да йөҙ баш ҡош-ҡорт аҫрап ҡара!

Хәйруллиндар ихатаһында ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте

Йыл да  йөҙ баш ҡош-ҡорт аҫрап ҡара!
Йыл да йөҙ баш ҡош-ҡорт аҫрап ҡара!

Балтас районының Көнтүгеш ауылында мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап донъя көткән егәрле хужалар күп. Шуларҙың береһе Фидалия менән Ришат Хәйруллиндар ғаиләһе йыл һайын йөҙ баш ҡош-ҡорт тәрбиәләп үҫтерә. Ауылда көҙгө өмәләр үткәреү йолаһы һаҡланған. Хәйруллиндар ихатаһында яңыраҡ ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте.

– Мин эштә булғас, ҡош-ҡортто ҡарау Ришат иңенә төштө, – ти хужабикә. – Бик яҡшы тәрбиәләне, ана, ниндәй һимеҙҙәр! Рәхмәт инде уға.

–  Өмәлә ҡунаҡ булып, рәхәтләнеп  күңел асып  ҡайттыҡ. Хужалар иҫән-һау йәшәһен, ҡарап үҫтергән ҡаҙ-өйрәктәре хәйерле ризыҡтарына яҙһын. Өмә бик матур үтте, күмәк эшкә ни етһен? Ауылдаштарыма шулай берҙәм ғүмер итергә яҙһын, киләһе йылда тағы өмәгә килербеҙ, тигән өмөт менән таралыштыҡ, – ти Көнтүгеш ауыл мәҙәниәт йортоноң “Аманат” фольклор төркөмө етәксеһе Асия Мостафина.

Өмәселәр һимеҙ ҡаҙ түшкәләрен  йырлай-йырлай таҙартып, Кесе Маты йылғаһына сайҡарға алып төштө. Күңелле ҡаҙ өмәләре киләһе йылдарҙа ла гөрләр, донъялар ғына тыныс булһын.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Фото: “Балтач таңнары” гәзите.

Йыл да  йөҙ баш ҡош-ҡорт аҫрап ҡара!
Йыл да  йөҙ баш ҡош-ҡорт аҫрап ҡара!
Йыл да йөҙ баш ҡош-ҡорт аҫрап ҡара!
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас