Матур үтһен ялығыҙ
12 Декабрь 2025, 19:10

Ҡыҙыл эремсек эшләүҙең еңел генә рецебы

Был рецептың тағы бер үҙенсәлеге шунда: уны ауыл һөтөнән дә, ҡала кибетендә һатылған һөттән дә эшләргә мөмкин 

Ҡыҙыл эремсек эшләүҙең еңел генә рецебыҠыҙыл эремсек эшләүҙең еңел генә рецебы
Ҡыҙыл эремсек эшләүҙең еңел генә рецебы

"Ҡыҙыл эремсекте һөттән генә яһайым: өс литр һөткә бер ҡап эремсек, бер стакан шәкәр ҡомо һалам. Ошо ҡатнашма өс-дүрт сәғәт тирәһе яй ғына утта ҡайнап ултыра. Бер ниндәй тоҙ ҙа, май ҙа, йомортҡа ла кәрәк түгел. Шул хәтлем тәмле, йомшаҡ була. Гөбәҙиәгә лә шуны һалам. Яһап ҡарағыҙ – үкенмәҫһегеҙ", - тип үҙенсәлекле генә рецепт менән уртаҡлашты социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Гөлсинә Иҙрисова.

Әйткәндәй, был рецепттың тағы бер үҙенсәлеге шунда: уны ҡала кибетендә һатылған һөттән дә эшләргә мөмкин, тик һөттөң ҡуйылығы 3,2 - 4 проценттан да кәм булмаһын. Әлбиттә әҙер эремсекте ашаған саҡта, үҙегеҙгә оҡшағанса, аҡ май, шәкәр бутап ашарға ла мөмкин. 

Фото: Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы чатынан. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас