Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
18 Декабрь 2025, 19:15

Нисек ҡаршылаһаң, шулай үткәрерһең

Өйҙәрен байрамса биҙәп, мул табын әҙерләп, ҡупшы күлдәктәрен кейеп ҡаршыларға ғәҙәтләнгән беҙҙең уңған хужабикәләр Яңы йылды. Йондоҙнамә Утлы Йылҡы йылын  ниндәй фасондағы, ниндәй төҫтәге, ниндәй туҡыманан тегелгән күлдәктә ҡаршыларға тәҡдим итә? Әйҙәгеҙ, бергәләп һайлайыҡ!

Нисек ҡаршылаһаң, шулай үткәрерһең
Нисек ҡаршылаһаң, шулай үткәрерһең

“Яңы йылды нисек ҡаршылаһаң, йылың да шулай үтер”, тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Һәр кем байрвмды күтәренке кәйеф, яҡты өмөттәр менән ҡаршыларға ынтыла. Өйҙәрен байрамса биҙәп, мул табын әҙерләп, ҡупшы күлдәктәрен кейеп ҡаршыларға ғәҙәтләнгән хужабикәләр яңы йылды. Йондоҙнамә Утлы Йылҡы йылын  ниндәй фасондағы, ниндәй төҫтәге, ниндәй туҡыманан тегелгән күлдәктә ҡаршыларға тәҡдим итә? Әйҙәгеҙ, бергәләп һайлайыҡ!

2026 йылдың символы – Ҡыҙыл Утлы Йылҡы. Тимәк, атаманан күренеүенсә, ниндәй төҫтөң хакимлыҡ итеүе билдәле. Ҡыҙыл төҫ ут, энергия, дәрт, шатлыҡ, уңыш һәм тормоштоң сәскә атыуын символлаштыра. Ул яуыз рухты ҡурҡыта һәм бәхетте үҙенә ылыҡтыра. Алһыу йәки сейә төҫ аҡ тәнле һәм һоро күҙлеләргә, ә асыҡ ҡыҙыл төҫ ҡуңыр һәм йәшел күҙлеләргә килешә. Ҡыҙыл төҫ тотош йылға ҡеүәтле, ынтылышлы һәм бәхетле йүнәлеш бирәсәк.

Алтын һәм һары төҫтәр ялҡын, ҡояш, байлыҡ, уңыш һәм зиннәтте символлаштыра. Улар Йылҡы йылының төп төҫө менән ҡушылып, байрам кәйефен тыуҙыра, был иң отошло һәм уңайлы вариант. Кем карьерала уңышҡа өлгәшергә, финанс хәлен яҡшыртырға теләй, ҡыйыу рәүештә ошо төҫтәргә өҫтөнлөк бирегеҙ.

Йәшел төҫ хәрәкәттә булыусыларға көс бирәсәк, сөнки ул үҫеш һәм тотороҡлоҡто символлаштыра. Был төҫ тәбиғәттән айырылғыһыҙ, ә Йылҡы йәшеллек ҡосағында үҙен бик ирекле, бәхетле тоясаҡ. Ялҡынлы энергияны тынысландырып, мөнәсәбәттәргә сафлыҡ индерергә лә һәләтле ул.

Күк йөҙө һәм һыу, тыныслыҡ һәм тәрән аҡыл билдәһе булған зәңгәр төҫтө һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәрәк, сөнки һыу утҡа дөрләп янырға мөмкинлек бирмәйәсәк. Образды ҡайһы бер зәңгәр төҫтәге деталдәр менән байытырға мөмкин. Ут энергетикаһына ярашлы булыу өсөн был төҫтөң йылыраҡ тондарын, мәҫәлән, зәңгәрһыу, фирүзә төҫтәрен һайлау яҡшы булыр.

Миләүшә һәм сирень төҫтәрен гармония, ижад һәм сихырға оҡшатып сағыштыралар. Байрамды тыныс, романтика мөхитендә ҡаршыларға теләгәндәргә, яңы идеялар артынан ҡыуғандарға, ҙур үҙгәрештәр көткәндәргә был төҫтәрҙе һайларға тәҡдим итәбеҙ.

Ә бына ҡара төҫтәге күлдәктәрҙе ситкә ҡуйып тороғоҙ. Был төҫ киләһе Йылҡы йылының утлы энергетикаһын “һүндерә” һәм байрам кәйефе урынына төшөнкө күңел торошона килтереүе ихтимал. Һәр хәлдә был төҫ образда өҫтөнлөк менән файҙаланмаһын. Бынан тыш, ҡара төҫ эске көсөргәнеш, йомоҡлоҡ менән һүрәтләнә. Ә яңы йыл төнөндә киләһе ыңғай үҙгәрештәргә асыҡ булыу бик мөһим.

Аҡ төҫ металды символлаштыра, ялҡынлы, көслө уттың уны иретеүе ихтимал. Ул бушлыҡ, һалҡынлыҡ, ҡоролоҡ, дауаханалағы стериллек итеп тә  ҡабул ителә, өй йылыһын бирә алмауы мөмкин. Аҡ төҫ айырым деталдәрҙә  бик күркәм күренәсәк.

Күк төҫкә лә сират етте. Ул Һыу стихияһының классик төҫө һәм уттың дошманы. Ҡуйы күк төҫ уттың ажғырлығын баҫа һәм дәртен кәметә, тынысландыра. Күк төҫ эске донъяның тәрәнлеген билдәләй, фекерҙе туплауға, уйға сумыуға этәрә, байрам мөхитенә бойоҡлоҡ, эс бошоу килтереүе мөмкин.

Шәмәхә төҫө ҡыҙыл һәм күк төҫтәрҙең ҡушылмаһы, бер үк ваҡытта дәрт һәм һалҡынлыҡ тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Һөҙөмтәлә ул эске көсөргәнеш һәм ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Шәмәхә төҫөндәге күлдәк кейгән кешенең йомоҡ, ҡараңғы сырайлы булып тойолоуы бар. Шуға күрә миләүшә йәки сирень төҫтәренә өҫтөнлөк бирһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Нисек ҡаршылаһаң, шулай үткәрерһең
Нисек ҡаршылаһаң, шулай үткәрерһең
Нисек ҡаршылаһаң, шулай үткәрерһең
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас