Әлшәй районының ЗАГС бүлегендәге ҙур тантана ысын мәғәнәһендә мәңгелек һөйөү һәм тоғролоҡ символына әүерелде. Тормош юбилярҙары парадына һоҡланмайынса ҡарау мөмкин түгел ине. Әлфит һәм Фәнил Ғәлиевтәр, Әминә һәм Рәүеф Муллағәлиевтәр, Зоя һәм Минеғәле Низамовтар, Динура һәм Шамил Зәкиәхмәтовтар, Наталия һәм Анатолий Митяевтар, Әнисә һәм Дамир Фазыловтар, Гөлнәзирә һәм Рафиҡ Дилмөхәмәтовтар, Нажия һәм Александр Калякиндар, Рәзилә һәм Илдар Әхмәҙиевтәр, Рәйлә һәм Миниәхмәт Зариповтар, Луиза һәм Флүр Вилдановтар бынан 65, 50 һәм 45 йыл элек ЗАГС бүлегендә сәстәрен сәскә бәйләп, яҙмыштарын тыуған яғында хеҙмәт итеүгә арнаған. Ошо ҡәҙерле ерҙә ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, тормош ҡиммәттәрен, тәрән аҡыл һәм тәжрибәһен йәш быуынға тапшырып, ә хәҙер ейән-ейәнсәрҙәренә һәм бүлә-бүләсәрҙәренә һөйөнөп йәшәй.
Тормош юбилярҙарын тәбрикләү тантанаһы ысын мәғәнәһендә күркәм байрамға әүерелде, өлкәндәр ихлас ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итте, туй вальсын башҡарҙы.
Байрамда ҡатнашҡан ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин, уның урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, ЗАГС бүлеге начальнигы Лариса Сафина бәхетле парҙарҙы ҡотлап, уларҙың татыу тормошо, ныҡлығы һәм тоғролоғо менән һоҡланды, уларҙың киләсәк быуын өсөн матур өлгө булыуын белдерҙе.
Райондың тормош юбилярҙарына ныҡлы һаулыҡ, оҙайлы ғүмер теләйбеҙ!
Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.