Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
19 Декабрь 2025, 16:00

Ҡыш бабай тирмәһе байрамға саҡыра!

Ишембай районының этнокомплексында 13:00 сәғәттә Ҡыш бабай тирмәһе эш башлаясаҡ.

Ҡыш бабай тирмәһе байрамға саҡыра!
Ҡыш бабай тирмәһе байрамға саҡыра!

20 декабрҙә Торатау шиханы эргәһендә Ҡыш бабай резиденцияһы асыла.

Ишембай районындағы этнокомплекста  13:00 сәғәттә Ҡыш бабай тирмәһе эш башлаясаҡ. Ҡунаҡтарҙы киләһе йылдың 11 ғинуарына тиклем тирмә хужаһы үҙе һәм ейәнсәре Ҡарһылыу ҡаршылаясаҡ.

Тәүге көндә халыҡҡа бик ҡыҙыҡлы программа тәҡдим ителә, Яңы йыл шыршыһы тирәләй байрам, оҫталыҡ дәрестәре, концерт ойошторола. Теләгәндәр уҡтан атып, мәргәнлеккә ярышасаҡ, ҡаргиҙәрҙә, аттарҙа йәки саналарҙа  йөрөйәсәк, тюбинг һәм банан да ҡунаҡтар ҡарамағында.

Кисен 17 сәғәттә лә байрам мөхите дауам итәсәк.

Байрамса биҙәлгән күркәм тирмәлә Ҡыш бабай менән рәхәтләнеп аралашырға, шиғыр һөйләргә, фотоға төшөргә мөмкин.

Фото:”Стерлитамакский рабочий” гәзите сайты.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас