-6 °С
Болотло
Башҡортостанға көслө ҡарлы циклон яҡынлай - 11 ғинуарға шундай прогноз бирә Башгидрометүҙәк синоптиктары.
Төндә көслө ҡар яуыуы көтөлә. Бигерәк тә көньяҡ-көнбайыш райондарҙа күп яуыр тип күҙаллана. Юлдарҙы ҡар һырынтыһы ҡаплай.
Һауа температураһы төндә -9...-11 градус, көндөҙ -4...-8 градусҡа тиклем күтәрелә.
Көньяҡ-көнсығыштан иҫкән ел төньяҡ-көнбайыш йүнәлешен ала.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Ләйсән Үтәғолова фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!