Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
13 Ғинуар , 18:15

Ҡышҡыһын да мауыҡтырғыс шөғөл бар

 Ҡайҙа үткән был ҡыҙыҡлы ярыш?

Ҡышҡыһын да мауыҡтырғыс шөғөл бар
Ҡышҡыһын да мауыҡтырғыс шөғөл бар

Асҡын районында  балыҡ ҡармаҡлау буйынса үткән  ҡышҡы ярыштар  йәшен-ҡартын үҙенә тупланы. Тәүге тапҡыр ғына уҙғарылмай, ул күптән халыҡтың көтөп алған мауыҡтырғыс тамашаһына әүерелгән.

Быйыл ярыштар Ҡышлау-Йылға ауыл советы биләмәһендәге Төлгөҙ йылғаһы быуаһында үтте, тип яҙа “Аскинская новь” гәзите. Ярышта  балыҡ ҡармаҡлау буйынса 15 һәүәҫкәр ҡатнашты, уларҙың араһында ауыл советтары биләмәләре башлыҡтары Илфат Ғатин һәм Ринат Ғәләүетдиновтарҙы күреү ҙә күңелле ине. Мауыҡтырғыс ярышта Екатеринбургтан  һәм Свердлов өлкәһенән килгән балыҡсылар ҙа ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Ярышта 29 йәштән 73 йәшкә тиклемге  ир-егеттәр ҡатнашты. Тәжрибәле балыҡсы Харис Ғәлиев менән Рәйес Мирҡәсимовтарға – 73 йәш. Ярышта ҡатнашыусылар мәке эргәһендә табыштарын көтөп ултырған арала усаҡта сәй ҡайнаны, уха беште, һәүәҫкәрҙәр концерт номерҙары менән һөйөндөрҙө, уйындар ойошторолдо. Ҡыш бабай халыҡтың кәйефен күтәрҙе.

Ярыш еңеүселәрҙе асыҡланы. Ҡышлау-Йылғанан Илгиз Байдиев менән Йәлил Шәйехов, Екатеринбургтан Владик Ғиззәтов иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде. Саф һауала әүҙем ял, спорт һәм дуҫтарса аралашыу төрлө йәштәге һәм төрлө төбәктәге кешеләрҙе тупларға һәләтле булыуын йәнә бер тапҡыр раҫланы.  

Фото: “Аскинская новь”.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

 

Ҡышҡыһын да мауыҡтырғыс шөғөл бар
Ҡышҡыһын да мауыҡтырғыс шөғөл бар
Ҡышҡыһын да мауыҡтырғыс шөғөл бар
Ҡышҡыһын да мауыҡтырғыс шөғөл бар
Ҡышҡыһын да мауыҡтырғыс шөғөл бар
Ҡышҡыһын да мауыҡтырғыс шөғөл бар
Ҡышҡыһын да мауыҡтырғыс шөғөл бар
Ҡышҡыһын да мауыҡтырғыс шөғөл бар
Ҡышҡыһын да мауыҡтырғыс шөғөл бар
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас