Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
21 Ғинуар , 13:00

“Мин сәнскәк тә, билсән дә түгел!!”

"Мин тураһын әйтәм. Һеҙҙе ташлап киткән ирегеҙҙең хәлен яҡшы аңлайым. Моғайын, дөрөҫ эшләгәндер..." – тип элгестән курткаһын йәһәт кенә эләктереп, ир ишекте шартлатып ябып сығып та китте. 

“Мин сәнскәк тә, билсән дә түгел!!”
“Мин сәнскәк тә, билсән дә түгел!!”

Яңы йыл байрамдары “һә” тигәнсе үтте лә китте. Гөлкәй үҙен күптән ҡунаҡҡа саҡырған әхирәтен иҫкә төшөрөп, кисләтеп кенә фатирҙарына һуғылмаҡсы булды.

– Һине бик көткәйнек тә, килмәнең. Нисек байрамды ҡаршыланығыҙ? Ял итә алдыңмы? – тип һорауҙарын яуҙырҙы кухняла аш-һыу әҙерләп мәш килгән Гөлсөм.

– Бер ҡайҙа ла барманым, бер үҙем генә телевизорға текәлеп ултырҙым. Алданым һине... Ниңә миңә шул тиклем асыуланып ҡарайһың? Һеҙҙең кеүек пар күгәрсендәрҙең кәйефен боҙғом килмәне. Уның ҡарауы йоҡом туйҙы, йылға етерлек ял иттем, – тине яһалма рәүештә кәйефле булырға тырышҡан Гөлкәй.

Аптырашта ҡалған Гөлсөм ҡулынан ҡалағы төшөп киткәненә лә иғтибар бирмәне.

– Бына һиңә кәрәк булһа! Шул тиклем төп башына ултыртырға ҡайҙан өйрәндең әле? Ә беҙ Хәлил менән һине иҫкә алып көткән булабыҙ, шылтыратабыҙ – һанға һуҡҡан кеше лә юҡ!

Гөлсөм әхирәтенә ҡатыраҡ ҡағылып, юрый ғына шулай битәрләгән була, ярты йыл элек ире менән айырылышҡан Гөлкәйҙе ысын күңеленән йәлләп, нисек тә уны торғонлоҡтан, яңғыҙлыҡтан, ауыр уйҙарҙан арындырғыһы килә.

– Ярар, байрамдар тағы килер ҙә етер ул. Бөтәһе лә артта ҡалды инде, әхирәт, өмөтләнеп көткән Яңы йыл да, шәхси тормош та... – тине күңеле йомшарған, әммә үҙен йәлләтергә, күҙ йәштәрен күрһәтергә яратмаған Гөлкәй. – Мин бит уның килмәйәсәген белһәм дә, барыбер көттөм!

Ул кисерештәрен туғандарына ҡарағанда ла яҡшыраҡ аңлаған ошо изге күңелле, йомарт, алсаҡ ҡатынға бик рәхмәтле. Өйө һәр саҡ ҡурсаҡтай йыйнаҡ, аш-һыуы ҡунаҡ көткәндәй һәр саҡ тәмле бешкән-төшкән була. Гөлкәй хатта Яңы йылды дуҫтары менән үткәрергә килмәүенә үкенеп тә ҡуйҙы. Улар күҙ йәштәрен һөрткөләп, тынысланып, шым ғына табын әҙерләп булышҡанда ишек төбөнән Хәлилдең көр тауышы  яңғыраны.

– Тәмле еҫ подъезға уҡ таралған, ҡыҙҙар, телде йоторлоҡ аш-һыу әҙерләгәнһегеҙҙер, моғайын, – тип килеп ингән ир, тынлыҡты боҙоп, Гөлкәйҙең хәл-әхүәлен һораша, байрамды нисек үткәреүен белешә башланы. Тик ҡатынының “сеү!” тип ымлағанын аңлап, һүҙҙе икенсегә борорға тырышты.

Табындан һуң Гөлсөм әхирәтен яңыраҡ уның ай-вайына ҡарамай танышыуҙар сайтында теркәгәнен, хатта бер ирҙең етди мөнәсәбәткә әҙер булыуын, телефонын ҡалдырыуын белдерҙе.

–Һорап та тормайынса, минең өсөн яҙырға нисек ҡулың барҙы? Бер кем менән дә танышырға ла, осрашырға ла теләмәйем! – тип ярһыны ҡатын.

– Һине төшөнкөлөктән сығарырға теләйем, шулай ҙа сәнске телле булырһың икән, әхирәт! Күпме һарыға батып, үҙеңде яфалап йәшәргә мөмкин? Хәлил дә шулай ти. Һин бик аҡыллыһың, матурһың. Бөтә ирҙәр ҙә һинең Маратың  кеүек елбәҙәк түгел бит. Ул иргә бер-ике ауыҙ һүҙ яҙһаң, уҡаң ҡойолмаҫ, бик етди, баҫалҡы кешегә оҡшаған.

– Ниңә минең шәхси тормошома ҡыҫылаһығыҙ? Хәлилгә ни ҡалған? Ул ”бик шәп” ирҙең һөйәркәләре юҡ тип уйлайһығыҙмы? Йөҙләгәндер әле. Әтеү  сайтта ниндәй аферистар, эт ялҡауҙары, алдаҡсылар ултырғанын белмәйһегеҙ. Телдең һөйәге юҡ шул, нимә һөйләһәң дә, яҙһаң да була. Үҙҙәренең фотоһын ҡуйырға ла баҙнат итмәйҙәр йүнһеҙҙәр, кешенекен ҡуялар. Валлаһи, был ир ҙә пеләш башлы, оло ҡорһаҡлы, тынҡыш ир затылыр. Алтын ялатылһа ла кәрәге юҡ ... – Гөлкәй асыуынан ҡайнаны ғына.

– Бәлки, ул да һинең кеүек баҙнатһыҙ, оялсан кешелер, һәр кем урам буйында таныша алмай бит. Ҡарап тороуға бына тигән һөйкөмлө, уйсан ир. Харап, әйтерһең, һинең Маратың донъя сибәре ине!– тип үпкәһен белдерҙе әхирәте . – Мин һинең бәхетле булыуыңды теләйем!

Бәхәс оҙаҡ ҡына барҙы, күңелдәрен бушатҡандан һуң яйлап икеһе лә һыуынды. Хатта Гөлсөм әхирәтен танышырға теләгән теге иргә шылтыратырға күндерҙе. Уныһы яҡындағы кафела осрашырға тәҡдим иткәс, ҡатын ыҡ-мыҡ килде, “әллә, улай ярармы икән, дөрөҫөн әйткәндә, әхирәтем уйлап тапҡан ғәмәл был”, тип аҡланырға тырышты. “Әхирәтегеҙ бик яҡшы кеше, уның менән бергәләп килһәгеҙ ҙә була”, тигәс, Гөлкәй иркен тын алды.

Зариф ҡыҙҙарҙы киң йылмайып, сәләмләп ҡаршы алды. Гөлкәй үҙен бик уңайһыҙ тойҙо, кафелағы бөтә әҙәм уның ниндәй маҡсат менән  килеүен белә төҫлө кеүек. “Һеҙ сайттағы фото менән сағыштырғанда олораҡ күренәһегеҙ. Нисә йәш һуң һеҙгә, Зариф? Ысын исемегеҙҙе лә әйтһәгеҙ ине”, – тип сәнстереп алырға онотманы. “Һеҙ мине ғәфү итегеҙ, фото, ысынлап та, бынан биш йыл элек төшөрөлгәйне. Ә һеҙ бына фотолағынан күпкә матурыраҡһығыҙ”, – тип үҙен  ышаныслы тотҡан Зариф Гөлкәйҙең асыуын ҡабартты ғына. “Һинең “ҡармағыңа” тиҙ генә эләгергә мин иҫәр түгел, күргән бар һеҙҙең  кеүек “ағай-энене”, – тип йәмһеҙ ҡылығын аҡларға тырышты.

Өйгә ҡайтҡас, ул барыһын да яңынан күҙ уңынан үткәреп, ни өсөн үҙен көйһөҙ бала кеүек тотоуын, берсә әхирәтенә, берсә яңы танышына күтәрелеп бәрелеүен аңларға тырышты. Бер сәбәп тә юҡ кеүек. Ваннаға инеп, кранды асыуы менән кинәт битенә бәрелгән, халаты буйлап аҡҡан һалҡын һыу уйҙарын бүдде, ҡурҡыуынан ҡыҙ ҡысҡырып ебәрҙе. Йәһәтерәк фатирға һыу килеүен туҡтатырға, кранды ябырға кәрәк! “Маратҡа күпме яңы смеситель алырға кәрәк тип тылҡыным, шуны ла эшләмәне, йүнһеҙ! Иртәгә өҫтәүенә ял, Хәлил менән кәңәшләшергә кәрәк”, тип телефонға үрелде хужабикә. “Көт, хәҙер”, – тип яуапланы ҡоро ғына әхирәте.

Ишектә звонок шылтырағас, ҡыҙ шатланып ярҙамға ашыҡҡан дуҫтарын ҡаршыларға йүгерҙе. Тик улар урынына “алдаҡсы, һөмһөҙ” Зарифты күргәс, өнһөҙ ҡалды. Исмаһам, манма һыу булған халатын алмаштырһа, еүеш сәстәрен тәртипкә килтерһә ни булған! Ир бер һүҙ әйтмәй ваннаға йүнәлде, ҡарап сыҡҡандан һуң бөгөн бер ни ҙә эшләп булмауын, иртәгә смеситель алып килеп ҡуясағын белдерҙе.

– Һы, шуның менән эш бөттөмө? Ниңә килдегеҙ һуң, Гөлсөм шылтыратҡанғамы? Ә иртәгә тиклем нисек һыуһыҙ йәшәргә?– тип сәбәләнде  ҡыҙ.

– Һеҙгә һыу ниңә кәрәк? Душ ингәнһегеҙ бит инде, – тип көлөмһөрәне Зариф, ҡыҙҙың өҫ-ҡиәфәтенә төрттөрөп. ­ Әйттем бит, иртәгә килеп эшләп ҡуйырмын. Авария хеҙмәтенә шылтыратығыҙ, тик уларҙың һеҙгә бөгөн ярҙам итеүҙәренә шикләнәм, – тип өҫтәне тыныс тауыш менән ир. – Һеҙ, ысынлап та, сәнске! Юҡ, билсән! Һеҙгә мин ниндәй насарлыҡ эшләнем? Оҡшаманыммы? Мин һеҙгә ярҙам итергә килдем, ә һеҙ екеренәһегеҙ, ҡысҡырынаһығыҙ.

Бығаса үҙен тыныс тотҡан ир тауышын күтәрә төштө.

– Ни өсөн миңә аҡыл өйрәтәһегеҙ? Һеҙ миңә бер кем дә түгел!–  тине сығырынан сыҡҡан хужабикә.

– Мин һеҙгә тураһын әйтәм. Һеҙҙе ташлап киткән ирегеҙҙең хәлен яҡшы аңлайым. Моғайын, дөрөҫ эшләгәндер... – тип элгестән курткаһын йәһәт кенә эләктереп, ир ишекте шартлатып ябып сығып та китте. 

 Иртә менән ғәҙәттәгесә ваннаға ингәндән һуң, кисәге күңелһеҙ ваҡиғаны иҫкә төшөрөп, Гөлкәй ауыр һуланы. Был ял көндәрен нисек тиҙерәк үткәреп ебәрергә икән, тип борсолдо. “Мин, ысынлап та, ситтән уҫал, яһил, боласыл ҡатын кеүек күренәмме икән?– тип уйланды ул, Зарифтың “сәнскәк” һүҙен иҫкә төшөрөп. – Ә ирем, киреһенсә, телһеҙ-өнһөҙ булыуым өсөн һанға һуҡманы, ”характерың юҡ”, тип тәнҡитләй торғайны”.

Ишектә шылтыратыу ишетелде. Тупһала ҡорамалдар сумаҙаны һәм ҡап тотҡан Зарифты күреп, хужабикә шым ғына уны фатирға үткәрҙе. Ир кисәгесә куртаһын элгескә элеп, ваннаға йүнәлде. Күп тә үтмәне, ул эште тамамлауын, крандан һыу ағыуын белдерҙе. Гөлкәй кисәге аңлашылмаусанлыҡ өсөн ғәфү үтенде , плитәгә сәй ҡуйҙы. Табын артында һүҙ - һүҙгә ялғанды, уртаҡ уй-фекерҙәр булыуы асыҡланды. Зариф предприиятиеларҙың береһендә инженер булып эшләй. Ҡатыны менән айырылышһа ла уға һүҙ тейҙермәй, “яҡшы кеше ине, тәүге мөхәббәте бәхетебеҙгә ҡамасауланы”, тип әйтеү менән генә сикләнде. “Тураһын әйтәм, фотоғыҙҙы күреү менән миңә оҡшанығыҙ. Әгәр һеҙҙең күңелегеҙгә ятмағанмын икән, ғәйеп юҡ, сәйегеҙ тәмле булды, рәхмәт”, тип урынынан ҡуҙғалды. 

– Ғәфү итегеҙ, үҙем дә белмәйем, ни өсөн һеҙгә шулай ҡаты бәрелгәнмендер. Эшегеҙ өсөн күпме түләргә тейешмен, әйтегеҙ, – тип уңайһыҙланды хужабикә.

– Минең менән киноға йәиһә кафеға барһағыҙ, шул етә, – тип йылмайҙы ир.– Бәлки, мине яҡынданыраҡ белһәгеҙ, фекерегеҙҙе үҙгәртерһегеҙ.

Тәүге эш аҙнаһынан һуң Гөлкәй әхирәтенә яңылыҡтарын һөйләргә ашыҡты, Зариф менән киноға барғандарын, осрашырға һүҙ ҡуйышҡандарын да йәшермәне: “Мин сәнскәк тә, билсән дә түгел, әхирәт! Бары ысын мөхәббәттең ҡәҙерен тоя башлаған бәхетле ҡатын! Тик бына уны оҙаҡ йылдарға етерлек итеп нисек һаҡларға?”

Д.Ғәбдрәхимова.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

 

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас