Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
25 Ғинуар , 00:45

-30 градус һыуыҡты йылы һауа алмаштыра

Ҡасан?..

-30 градус һыуыҡты йылы һауа алмаштыра
-30 градус һыуыҡты йылы һауа алмаштыра

Башҡортостанда әле иң һыуыҡ көндәр һәм төндәр.

24 – 26 ғинуарҙа иң һалҡын көндәр көтөлә. Төндә һауа температураһы -31 градусҡаса төшә, көндөҙ -20....-22 градус. 25 һәм 26 ғинуарҙа бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана.

Аҙна уртаһына йылыта төшә: 27 һәм 28 ғинуарҙа яуым-төшөм көтөлмәй. 28-ендә һауа температураһы көндөҙ  -10 градусҡаса күтәрелә, төндә -18 градус.

29 ғинуарҙа төндә -14 градус булһа, көндөҙ -8-гә тиклем күтәрелә. Айҙың һуңғы көнөндә болотло була, ҡыҫҡа ваҡытлы ҡар яуыуы ихтимал.

Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.

 

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас