Мәләүез районының Бәләкәй Шәрип ауылында йәшәгән Фәнис Байгилдиндың ҡул эштәре хайран ҡалдыра. Бына алдыбыҙҙа һоҡланғыс мәсет макеты, уның манараһындағы ай ҙа, тәҙрә лә, һуҡмаҡтар ҙа ысынбарлыҡтың күсермәһе.
– Ағас эше кешене сабырлыҡҡа өйрәтә. Ул эшкә бер тотонһаң, айырылырмын тимә. Мәсет макетын эшләү айырыуса ҙур иғтибар талап итте. Бындай матурлыҡты тыуҙырыу өсөн йүкә ағасы яҡшы, – ти оҫта. – Ағас ботаҡтарын еләҫ, ҡояш төшмәгән күләгәле урында киптерәм, тәүҙә балта, аҙаҡ бысаҡ менән юнам. Бер нисә тапҡыр наждак ҡағыҙы менән шымартам. Эшкә тотонор алдынан төрлө сығанаҡтарҙан мәсет төҙөлөшө менән танышырға тура килде, - ти Фәнис Мөхәрәм улы.
Ел тирмәне макетын эшләү идеяһы менән янған оҫта ситәндән тауыҡ ояһы үрә, онотола барған кәсептәрҙең береһе - быйма баҫа, мейес сығара, хатта йорттарға йылылыҡ селтәре лә үткәрә. Ауылдаштары ғына түгел, сит райондарҙан да уның хеҙмәтенән файҙаланыусылар бар. Оҫтаның киләсәккә пландары ла етерлек, тип яҙа “Көнгәк” гәзите.
- Ҡышҡы оҙон төндәрҙә йәйгеһен туплаған сеймалды эшкәртәбеҙ, әҙерләйбеҙ. Тәбиғәткә сыҡҡанда уның төрлө формалағы ағас ботаҡтары йыйғанына аптырай инем, хәҙер үҙем дә ошондай материалдарҙы күҙ уңынан ысҡындырмайым. Ауылдың еләкле урындарын беләбеҙ, файҙалы дарыу үләндәре йыйырға яратабыҙ. Өс ат, башмаҡтар бар, баҡса үҫтерәбеҙ. Ауылда малһыҙ йәшәү мөмкин түгел, - тип һөйләшеүгә ҡушыла Гөлназ.
Һәр ауылдың үҙ оҫталары, онотола төшкән кәсеп менән шөғөлләнеүселәре бар. Улар матурлыҡты башҡаларға бүләк итә, һөйөндөрә белә.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА фотолары.