Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
6 Февраль , 23:10

Ижад серҙәре уртаҡ булһын

Һәр төбәктең һоҡландырғыс ҡул эштәре менән хайран иткән оҫталары була. 

Ижад серҙәре уртаҡ булһын
Ижад серҙәре уртаҡ булһын

Уларҙың күңелдәрен һалып, күҙ нурҙарын түгеп, ваҡыттарын сарыф итеп эшләгән ижад емештәрен магазиндарҙа күрә алмаҫһығыҙ. Ҡариҙел ауылы оҫталары үҙҙәренең ижад эштәре менән моделле китапханала таныштырҙы. Китапхана хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы иғлан иткән конкурста ҡатнашып, еңеү яуланы, шулай итеп,  Бөтә Рәсәй “Таланттар урыны” проектына ярашлы, ҡул оҫталарын бергә туплаған майҙан барлыҡҡа килде.

Йыл барышында үҫмерҙәр китапханаһында халыҡ кәсептәренә, халыҡ ижадына һәм тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм белем биреү саралары ойоштороу планлаштырылған, тип яҙа “Ҡариҙел” гәзите.

"Айыҡ ауыл" республика бәйгеһендә ҡатнашыусы Тайҡаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең ижад серҙәре менән уртаҡлашты. Ауыл оҫталарының береһе, мәҙәниәт йорто методисы, милли кейемдәрҙе тергеҙеүсе белгес Лениза Муллаярова халыҡ биҙәүестәрен ҙур теләк һәм ихласлыҡ  менән эшләй, онотола башлаған милли кейемдәрҙе халыҡҡа ҡайтара, башҡорт, татар, мишәр мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлауға, пропагандалауға ҙур өлөш индерә.

Лениза Мәҙехәт ҡыҙы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күкрәксәһен (түшелдереген) эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Эшкә тотонор алдынан ул милли кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе эшләү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Ауылдаштар Лениза Муллаярова һәм уның ярҙамсыһы Илүсә Карамоваға мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәресе күрһәткәндәре өсөн оло рәхмәттәрен еткерҙе.

Фото: “Ҡариҙел” гәзите.

Ижад серҙәре уртаҡ булһын
Ижад серҙәре уртаҡ булһын
Ижад серҙәре уртаҡ булһын
Ижад серҙәре уртаҡ булһын
Ижад серҙәре уртаҡ булһын
Ижад серҙәре уртаҡ булһын
Ижад серҙәре уртаҡ булһын
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас