Ҡыҙыл ҡатыҡ (сөгөлдөрлө ҡатыҡ) эшләп ҡарағанығыҙ бармы? Люция Кәшипованан рецепт тәҡдим итәбеҙ.
“Һөттө ҡайнатып, 45 градусҡа тиклем һыуытам. Уға бешкән сөгөлдөрҙө ҡырғыс аша үткәреп һалам да, төҫө сыҡҡанын көтәм. Унан шәкәр, ҡатыҡ ойотмосо өҫтәйем. Белгән доғаларымды уҡып, килеп сыҡҡан массаны банкаларға тултырам, одеял менән ҡаплап, дүрт-биш сәғәт тотам", - тип ҡатыҡты әҙерләү сере менән уртаҡлашҡан ул.
Файҙаһына килгәндә, ҡыҙыл ҡатыҡ ашҡаҙан-эсәк юлына, йөрәк-ҡан тамырҙарына, нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай. Кальцийға, тимергә, кремнийға, фосфорға, А, Е, Д витаминдарына бай, организмды яҡшы таҙарта, метаболизмды тиҙләтә.
Юғары әселектән яфаланған, лактоза ярамаған кешеләргә ҡулланыу тыйыла. Файҙаланыр алдынан табип менән мотлаҡ кәңәшләшегеҙ.
Сығанаҡ: “1001 кәңәш” төркөмөнән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!