Бөтә яңылыҡтар

Битте шымартыу буйынса ябай ғына саралар

Ял көнөндә үҙебеҙҙе ҡарап алайыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар! Һәр кемдең ҡулынан килерлек рецепттар

Картуф крахмалы менән битлекте даими ҡулланғанда бит тиреһе йәшәреп, сафланып китә. Һеҙҙең иғтибарға өс төрлө рецепт, оҡшағанын һайлап алығыҙ.

  1. Кәрәк: бер ҡалаҡ крахмал, берәр балғалаҡ тоҙ һәм бал, әҙ генә йылы һөт.

Ҡулланыу: барлыҡ ингредиенттарҙы бергә бутайбыҙ, иң аҙаҡтан һөттө ҡушабыҙ. Ҡуйыраҡ масса килеп сығырға тейеш. Уны таҙа биткә һылап 30 минут тотҡас, йылы һыу менән йыуып төшөрәбеҙ.

  1. Кәрәк: бер ҡалаҡ крахмал, берәр балғалаҡ тоҙ һәм цикорий, әҙ генә һөт. Шулай уҡ әҙерләнә һәм ҡулланыла.

  1. Кәрәк: бер ҡалаҡ крахмал, әҙерәк ҡайнаған һыу, бер йомотҡаның ағы, ярты балғалаҡ лимон һуты.

        Ҡулланыу: крахмалды һыу менән бутайбыҙ, шунан йомортҡаның ағын,          лимон һуты ҡушып,        яҡшылап болғатабыҙ. Таҙа биткә яғып 40 минут тотабыҙ. Уны йылы һыуҙа сылатылған мамыҡ тампон менән һөртөп алабыҙ.

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас