Учалыла йәшәүсе Гөлсирә Нәбиуллина-Һиҙиәтова "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһендә халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарын - сәксәк, һәр төрлө бәлештәр, бауырһаҡ, сөсө икмәк һ.б. әҙерләү серҙәре менән даими уртаҡлаша. Бына бер нисә йыл элек, пандемия осоронда өйҙә ултырғанда, ул буҙа эшләүгә тотонған. Ул “Бәйләнештә”ге дуҫтарына үҙе эшләгән тәмле буҙаның рецебын да тәҡдим иткәйне.
“Буҙа – иң шифалы, туҡлыҡлы эсемлектәребеҙҙең береһе. Һоло ярмаһы бөтә булған витаминдарҙы үҙенә йыйған. Әбйәлилдәр - буҙа эшләү буйынса иң оҫталары, һүҙ ҙә юҡ, учалылар, баймаҡтар, сибайҙар ҙа ҡалышмай, Аллаға шөкөр! Һау булайыҡ, бар булайыҡ.
Был юлы минеке лә шәп килеп сыҡты әле ул. Яҙып ҡуяйым эшләнешен: ете литрлыҡ кәструл алып, һыҙығына тиклем һыу ҡойоп ҡайнатаһың. Ҡайнап сыҡҡас, бер килограмм һоло ярмаһы (геркулес) һалаһың. Төбөнә йәбешмәһен өсөн даими болғап торорға кәрәк. Талғын ғына утта ҡайнап сыҡҡас, әҙерәк быҡһын тип, һүндереп торҙом.
Бер-ике сәғәттән һуң тағы ҡайнатып алдым, 180-200 грамм аҡ май һалдым. Май ҡушып ҡайнатһаң, ныҡ һәйбәт килеп сыға, һуңынан һыуы айырылмай, күпереп, ҡабарып ҡына тора. Икенсегә ҡайнатҡанда ла болғатып торорға кәрәк.
10-15 минут ҡайнатып алғас, һүндереп, өҫтөн ябып ҡуйҙым. Һыуына башлағас, йылы ғына мәлендә иләк аша һөҙөп алдым. Магазиндан алған буҙаны бер сынаяҡ ҡушып болғатып, әсетергә ҡуйҙым. Иртәнсәк күпереп кенә әсегән ине. Буҙағыҙ тәмле булһын!” – ти Гөлсирә Мөхөтдин ҡыҙы.
Әгәр һеҙ йәшәгән урында кибеттә буҙа һатылмаһа, ҡымыҙ ҡулланырға мөмкин, ҡымыҙ хәҙер күп кенә мәгәзиндарҙа һатыла. Артабан яңынан буҙа эшләү өсөн "баш" (ойотҡо) ҡалдырып барығыҙ.
Фотолар: Г. Нәбиуллинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.