

Синоптиктар прогнозы буйынса, май байрамдарында һыуыҡтар көтөлә, төндәрен 0…-3 градус, көндөҙ +15 градус тирәһе күҙаллана, шуның өсөн ялығыҙҙы планлаштырыр алдынан һауа торошо менән алдан танышып алыу ҡамасауламаҫ. Майҙың икенсе яртыһы ямғырлы була, ти синоптиктар. Һауа температураһы +18 градустан артмай.
Июнь һәм июлдә сағыштырмаса эҫе көтөлә. Рәсәй Гидрометүҙәк фаразы буйынса, был айҙарҙа уртаса температура климатик норманан юғары була. Яуым-төшөм норманан артмай.
Августа эҫелек бер аҙ кәмей. Яуым-төшөм күп була, йәйҙең һуңғы айында ул норманан артып китә. Бигерәк тә республиканың көньяҡ тарафтарында күп яуа.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.