Матур үтһен ялығыҙ
18 Апреля , 19:45

Түбәндәге гөлдәр өйгә уңыш килтерә

Сер түгел, бүлмә гөлдәре өйҙәге атмосфераға нисек булһа ла тәьҫир итә. Ниндәй гөлдө үҫтереү яҡшыраҡ?

Түбәндәге гөлдәр өйгә уңыш килтерәТүбәндәге гөлдәр өйгә уңыш килтерә
Түбәндәге гөлдәр өйгә уңыш килтерә

Ышаныуҙарға ҡарағанда түбәндәге бүлмә гөлдәре ғаиләгә изгелек һәм уңыш йәлеп итә.

Фикус Эластика. Яҡшы энергияны ғына үҙенә тарта. Уның йәшел япраҡтары матди байлыҡ йәлеп итә.

Спатифиллум, йәки ҡатын-ҡыҙ бәхете гөлө лә - ыңғай энергия сығанағы. Тәҙрә төбөндә был гөл үҫһә, өйҙә гармония һәм тыныслыҡ була.

Асыҡ йәшел төҫлө биҙәкле япраҡлы калатея бүлмәгә матурлыҡ өҫтәүе менән бергә өйгә тыныслыҡ һәм һиллек тә бирә. Ул булһа, ғаилә тормошонда тулыһынса аңлашып йәшәү хөкөм һөрә. Уны йоҡо һәм балалар бүлмәһенә ҡуйырға ла мөмкин.

Лаванда. Хуш еҫле, уңыш һәм тыныслыҡ бөркөүсе гөл. Өйҙә ул үҫһә, яҡшы үҙгәрештәр көтөлә.

Мөхәббәт символы булған орхидея өйгә уңыш йәлеп итә.

Ләйсән Үтәғолова фотоһы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас