Ҡамырым күтәрелмәне...

Киң таралған хаталарҙан нисек ҡотолорға? Кәңәштәргә ҡолаҡ һалһағыҙ, ҡамырығыҙ һәр саҡ уңыр!

Ҡамырым күтәрелмәне...Ҡамырым күтәрелмәне...
Ҡамырым күтәрелмәне...

Пицца, бәлештәр, булки - бөтәһе өсөн ғәҙәттә әсеткес ҡамыр ҡулланалар. Әммә ул тейешле кимәлдә күтәрелмәүе мөмкин. Эш насар әсеткелә булмауы ихтимал, киң билдәле булмаған проблемалар ҙа бар. Бөгөн һүҙ улар хаҡында.

Бәлки, һеҙ тоҙҙо күберәк һалғанһығыҙҙыр. Тәмләткестәр ҡамырҙа мөһим роль уйнай. Уларҙан әҙер изделиеларҙың тәме генә түгел, ә текстураһы ла тора. Әгәр тоҙ артыҡ күп булһа, ул әсеткенең тәьҫирен баҫа, һәм ҡамыр күтәрелмәй. Тәҡдим ителгән нисбәт он күләменең 2-3 проценты булырға тейеш, ә иң яҡшыһы рецепт буйынса ғына эшләү яҡшыраҡ.

Пицца өсөн ҡамыр күтәрелһен өсөн, уны ныҡ ҡына баҫыу мөһим, күп кенә ашнаҡсылар быны ҡул менән эшләргә кәңәш итә. Иң яҡшы ваҡыт — 4-6 минут. Артыҡ оҙаҡ итеп баҫыу ҙа ҡамырғаә зыян килтерә.

Әсетке шәкәр һәм йылылыҡ ярата. Биналағы температура бик түбән булғанда (24градустан түбән), ҡамыр әкрен күтәрелә йәки бөтөнләй күтәрелмәй.

Ниһайәт, һыуға иғтибар итегеҙ. Ҡаты йәки хлорланған (крандан ағыҙып алынған) һыу насар вариант. Иң яҡшыһы – фильтрланған йәки шешәләге һыуҙы ҡулланыу, улар булмаһа һыу үткәргестән ағыҙып алған һыуҙы ҡайнатығыҙ һәм һыуытығыҙ.

Аштарығыҙ һәр ваҡыт уңһын!

Фото: "Одноклассники".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас