Оҫҡон йыуаһын нисек һаҡларға?

"Хәҙер күптәр баҡсала оҫҡон үҫтерә. Минән ҡышҡылыҡҡа уны нисек һаҡлайһың, тип һорайҙар. Үҙем йыл әйләнәһенә тотонам, ейәндәрем дә яратып ашай", – ти Әбйәлилдән Зәйнәб Абдуллина. Ул  оҫҡон йыуаһын оҙаҡҡа һаҡлау серҙәре менән уртаҡлашты. 

Оҫҡон йыуаһын нисек һаҡларға?Оҫҡон йыуаһын нисек һаҡларға?
Оҫҡон йыуаһын нисек һаҡларға?

"Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә тигәнгә таянып, үҙемдең белгәнем менән бүлешергә булдым. Яҙ менән тәүге ауыҙға алған ризыктарыбыҙҙың береһе  – оҫҡон йыуаһы тураһында яҙмам. Оҫҡондо элек-электән ҡулланабыҙ. Тик тоҙлап та, бер нисә ҡат шыптырға урап туңдырғысҡа һалғанда ла, еҫе, тәме үҙгәреү сәбәпле, оҙаҡ ҡулланып булмай. Уйлап-уйлап, киптереп-онтау алымына туҡталдым һәм үкенмәйем. Бына бер нисә йыл ошо ысулды ҡулланам. Хәҙер күптәр баҡсала оҫҡон үҫтерә. Минән ҡышҡылыҡҡа уны нисек һаҡлайһың, тип һорайҙар. Үҙем йыл әйләнәһенә тотонам, ейәндәрем дә яратып ашай", – ти Әбйәлилдән Зәйнәб Абдуллина.

Оҫҡондо ошолай һаҡлайбыҙ:

1.Йыуып, таҙалайбыҙ,  һыуын һарҡытҡас, турайбыҙ ҙа киптерергә һалабыҙ.
2. Ныҡлы кипкәс, электр онтағысҡа һалып тарттырабыҙ.
3. Иләктән иләйбеҙ, вағын, эреһен айырабыҙ.
4. Тағы киптерәбеҙ.
5. Кофе онтағыста тартабыҙ, онтағыбыҙ әҙер.
6. Ҡоро банкаларға һалып, нығытып ябып, ҡоро урынға ҡуябыҙ.


Гөлназ Ҡотоева яҙып алды.

Оҫҡон йыуаһын нисек һаҡларға?
Оҫҡон йыуаһын нисек һаҡларға?
Оҫҡон йыуаһын нисек һаҡларға?
Оҫҡон йыуаһын нисек һаҡларға?
Оҫҡон йыуаһын нисек һаҡларға?
Оҫҡон йыуаһын нисек һаҡларға?
Оҫҡон йыуаһын нисек һаҡларға?
Оҫҡон йыуаһын нисек һаҡларға?
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас