Баҡса еләге мул уңыш бирһен тиһәгеҙ…

Уңған баҡсасыларҙың тәжрибәһен дә ҡарағыҙ. Ә һеҙ ниндәй ысулдар ҡулланаһығыҙ?

Баҡса еләге мул уңыш бирһен тиһәгеҙ…Баҡса еләге мул уңыш бирһен тиһәгеҙ…
Баҡса еләге мул уңыш бирһен тиһәгеҙ…

Яҙ баҡса еләген туҡландырырға онотмаҫҡа кәрәк.

Уңышты бермә-бер арттырыу өсөн көҙҙән тәртипкә һалып айырып ултыртылған еләк төптәрен яңынан йомшартып сығырға һәм ошолай әҙерләнгән ҡатнашмалы һыу һибергә була.

10 литр һыуға 3 грамм (15 тамсы) марганцовка, ярты балғалаҡ бор кислотаһы, бер ҡалаҡ мочевина, ярты стакан ағас көлө һалып яҡшылап болғатырға кәрәк. Уны һәр бер еләктең төбөнә яртышар литрҙай ҡойоп сығырға.

Ә һеҙҙең, бәлки, үҙ серҙәрегеҙ барҙыр? Тәжрибәләрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Г. Байғусҡарова фотоһы.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас