

Тәмле генә, татлы ғына бәлеш рецебы тәҡдим итәбеҙ.
Ҡамыр өсөн ярты ҡап аҡ май, 2 аш ҡалағы һөт, ярты стакан шәкәр, ярты балғалаҡ ванилин кәрәк. Эслек өсөн 500 грамм кибет ҡаймағы, 150 грамм шәкәр, бер йомортҡа, бер аш ҡалағы он алына.
Ҡамыр пластилин кеүек һығылмалы, йомшаҡ булырға тейеш. Уны ҡул менән йәки бәләкәй быяла банка ярҙамында табаға тигеҙләп һалығыҙ. Үтә ҡалын итмәгеҙ. Ситтәре таба сите менән бер иш булһын, һуңынан матур ғына итеп киҫеп, кәметергә мөмкин.
Ҡамыр өҫтөнә әҙер массаны ҡойғас, еләктәрҙе теҙеп һалығыҙ. Әгәр баҡса еләге үтә эре булһа, уртаға ҡырҡығыҙ.
Татлы бәлеш 180 градуслы мейестә 30-35 минут самаһы бешә. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Яһалма зиһен ярҙамында эшләнде.