Ямғырҙар ҡасан туҡтар?

Ҡайһы бер райондарҙа күк күкрәп яуа, томан төшә. Күреүсәнлек 500 метр тәшкил итә. Юлдарҙа һаҡ йөрөгөҙ.

Ямғырҙар ҡасан туҡтар?Ямғырҙар ҡасан туҡтар?
Ямғырҙар ҡасан туҡтар?

Синоптиктар прогнозы буйынса, 13-өнән 17 июлгә тиклем төрлө ваҡытлы ямғырҙар яуыуын дауам итә.

Ҡайһы бер райондарҙа күк күкрәп яуа, томан төшә. Күреүсәнлек 500 метр тәшкил итә. Һауа температураһы төндә +9…+14 градус, көндөҙ +25 градусҡаса йылытыуы күҙаллана. Ялығыҙҙы планлаштырыр алдынан һауа торошо менән алдан танышып алыу ҡамасауламаҫ.

Иртәгә, 14 июнь, көндөҙ ҙә, төндә лә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр күрһәтә. Ел талғын.

Дүшәмбе һәм шишәмбе, 15 һәм 16 июнь, шулай уҡ яуым-төшөм фаразлана. Һауа температураһы төндә +15 градус, көндөҙ +25-кә тиклем күтәрелә.

Шаршамбы, 17 июнь, ямғыр күрһәтелмәгән, тик күк йөҙө болотло.  

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Розалина Ғиззәтуллина фотоһы.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас