Ямғырҙар ҡасан туҡтар?

Башҡортостанда Каспий диңгеҙенән килгән ямғырлы, һалҡын циклон хакимлыҡ итә.

Ямғырҙар ҡасан туҡтар?Ямғырҙар ҡасан туҡтар?
Ямғырҙар ҡасан туҡтар?

Башҡортостанда Каспий диңгеҙенән килгән ямғырлы, һалҡын циклон хакимлыҡ итә.

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, ялдарҙа һауа температураһы төндә +6...+11 градусҡаса төшә, көндөҙ +16...+21 градус. Ямғыр яуа, урыны менән ҡойма ямғыр, йәшен йәшнәй, борсаҡ та яуыуы ихтимал.

Аҙна башында ла шундай уҡ һауа торошо һаҡлана. Оҙайлы яуым-төшөм арҡаһында дала һәм тау йылғалары таша, урыны менән уйһыулыҡтарҙы баҫа.

Аҙна уртаһынан һауа торошо яҡшыра төшә. "Гисметео" мәғлүмәттәре буйынса, июлдең беренсе ун көнө йылы була: көндөҙ +25...26 градус күрһәтә.

Г. Мозафарова фотоһы. Әбйәлил районында төшөрөлгән.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас