

Әле Башҡортостанға Каспий диңгеҙенең төньяғының циклоны йоғонто яһай. Шул арҡала туҡтауһыҙ ямғырҙар яуа, хатта борсаҡ яуыуы, күк күкрәүе йыш күҙәтелә. Республика әлегә был циклондың тәьҫирендә ҡала, шуға һауа торошо үҙгәрешһеҙ тора бирә.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, ошо аҙнаның уртаһынан, йәғни 1 июлдән, көндәр бер аҙ йылыта башлай - көндөҙ +24…+25 градусҡаса күтәрелә, төндә +10…+15 градусҡа етә.
Июлдең беренсе яртыһында яуым-төшөм һаман фаразлана әле. Айҙың аҙағына ҡояшлы ҡоро көндәр киләсәк.
Июлдең һуңғы аҙнаһында йәйге эҫе урынлаша. Көндөҙ +29…+30 градус күрһәтә. Төндәр ҙә йылы: +17…18 градусҡа тиклем етәсәк.
Әбйәлил районында Гөлгөнә Мозафарова төшөргән фото.