

Иң тәмле, артыҡ тоҙло ла түгел, бер аҙ баллы маринадланған ҡыярҙар килеп сыға был рецепт менән. Һыналған, алыштырғыһыҙ минең өсөн, өйҙәгеләр ҙә маҡтай-маҡтай ашай.
Шулай итеп: 3 литрлыҡ банка төбөнә бер зонт укроп, 5 түңәрәк борос, 3 ҡәнәфер (гвоздика) һалабыҙ. Ҡыярҙарҙы тығыҙлап, үҫкән яғын аҫҡа ҡаратып тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 10-15 минут тотабыҙ ҙа кире бушатып рассол яһайбыҙ.
Рассол өсөн: 4 аш ҡалағы өймәйенсә шәкәр, 2,5 аш ҡалағы өймәйенсә тоҙ һалып, ҡайнатып яңынан ҡыярҙар өҫтөнә ҡоябыҙ, унан һуң 4 тырнаҡ һарымһаҡ, 80 грамм аш һеркәһе һалып, ябып ҡуябыҙ.
Рецепт һәм фото - Айгөл Рәхмәтуллинанан.