Матур үтһен ялығыҙ
4 Августа , 07:00

Ҡомалаҡ йыйыр мәл етә

"Ҡомалаҡ әсеткеһенән бешерелгән икмәктең тәме башҡа була шул. Тәмле лә, туҡлыҡлы ла, файҙалы ла. Ә ҡомалаҡ әсеткеһен бер эшләп алһаң, бик оҙаҡҡа етә", - ти ғүмер буйы ҡомалаҡ икмәге бешергән оҫтабикә

Ҡомалаҡ йыйыр мәл етәҠомалаҡ йыйыр мәл етә
Ҡомалаҡ йыйыр мәл етә

Һеҙҙең иғтибарға Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәгән һәм ҡомалаҡтан әсетке яһау, икмәк бешереү менән элек-электән шөғөлләнеп, был эштең барлыҡ нескәлектәрен белгән Гөлйәүһәр Сәлихованың ҡомалаҡтан әсетке яһау рецебын тәҡдим итәбеҙ.

– Ҡомалаҡты август аҙағы, сентябрь баштарында һабағы менән алам. Ҡырауға тиклем алып өлгөрөргә кәрәк. сәскәһен генә алып, киптереп, тоҡҡа тултырып, ҡоро урынға элеп ҡуям. Әсетке яһар өсөн өс литрлыҡ кәстрүлдең өстән ике өлөшөнә ҡомалаҡ һалып, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡояһың да талғын утта ярты сәғәт самаһы ҡайнатаһың. Шунан ике стакан самаһы онға ҡайнар ҡомалаҡ һыуын иләк аша һөҙәһең дә, төйөрҙәре бөткәнсе болғатып, һыуытырға ҡуяһың. Яңы һауған һөт йылылығына етһә, баш һалаһың. Баш – ул алдан әҙерләп ҡуйылған әсетке. Әгәр электән ҡалдырған әсеткегеҙ булмаһа, тәү башлағанда магазиндыҡы ла ярай. Артабан йылы урынға ултыртып ҡабартаһың. 10–12 сәғәттән сүпрә әҙер.

Күптәр ҡомалаҡты ошолай шыйыҡ килеш һаҡлай. Һыуытҡыста ярайһы уҡ оҙаҡ һаҡлана. Ҡайһы берәүҙәр иҫкермәһен өмөн сей картуф ҡырып һала. Ә мин ҡомалаҡ әсеткеһен киптереп, ваҡлап һаҡларға күнекмәнмен. Бының өсөн шыйыҡ әсеткегә эре иләк аша көрпә (кәбәк) иләп ҡушып, ҡаты итеп ҡамыр баҫырға. Шуны ваҡ-ваҡ киҫәктәргә бүлеп, сепрәк ашъяулыҡҡа йәйеп һалып киптерергә. Үтә ҡатып китмәҫ борон, ит турағыс аша үткәреп алырға ла мөмкин. Бындай әсетке ярты йыл дауамында ла үҙенең сифатын юғалтмай. Тик ныҡ итеп киптерергә кәрәк, юғиһә күгәреүе ихтимал. Икмәк бешерер алдынан ике-өс ҡалаҡ ҡоро сүпрәгә йылымыс һыу, бер балғалаҡ шәкәр һалып, йылы урында ебетеп ҡабартырға.

Автор фотоһы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас