Матур үтһен ялығыҙ
13 Августа , 07:00

Ныҡ тәмле кетчуп яһау ысулы

Розалия Ибраһимованан шәп рецепт яҙып алығыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ныҡ тәмле кетчуп яһау ысулыНыҡ тәмле кетчуп яһау ысулы
Ныҡ тәмле кетчуп яһау ысулы

“Тәмле кетчуп әҙерләп алдым әле, теләгән кешеләр өсөн рецебын ҡуям.

Биш килограмм помидор, бер килограм алма, ярты килограмм һуған, өс татлы борос, дүрт тырнаҡ һарымһаҡ, аҙ ғына әсе борос (1/3 өлөш) алабыҙ. Барыһын турап, йәшелсәләр йомшарғансы бешерәбеҙ. Унан иләк аша һөҙәбеҙ һәм ике аш ҡалағы тоҙ, өс аш ҡалағы шәкәр, марля төйөнсөккә һалып дүрт лавр япрағы, биш бөртөк ҡара, биш бөртөк хуш еҫле борос һалып, талғын ғына утта бешерәбеҙ, йәғни артыҡ һыуҙы сығарабыҙ.

Ике сәғәт самаһы ваҡыт уҙа. Иң аҙаҡтан өс аш ҡалағы туғыҙ процентлы аш һеркәһе һалабыҙ. Стерилләнгән банкаларға тултырып ҡуябыҙ", - тип яҙған Розалия Ибраһимова.  

Сығанаҡ: vk.com/club108059954

Розалия Хисаева фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова