

Алманың иң тәмле, һутлы сағы. Уңған хужабикәләр унан нимә генә әҙерләмәй! Алма бәлештәренең дә ниндәй генә төрҙәре юҡ: ябыҡ бәлеш, "заливной", "шарлотка"... Был рецептар менән бер хужабикәне лә ғәжәпләндерәһе түгел. Шулай ҙа бөгөн һеҙҙең иғтибарға бәләкәй генә сере булған "Шарлотка" рецебы тәҡдим итәбеҙ.
Ҡамыры ғәҙәттәгесә әҙерләнә: 100 грамм кибеттә һатылған аҡ май йәки ауыл ҡаймағы, 100 грамм шәкәр, 2-3 йомортҡа, ҡамыр ҡабартҡыс йәки сода, бер семтем тоҙ һәм самалап он. Барыһын бергә ҡушып, яҡшы итеп болғағас, таҙартылған алманы ваҡлап турап ҡушабыҙ һәм ярты сәғәткә 200 градуслы мейескә оҙатабыҙ. Әгәр алманы турағас, уның өҫтөнә ярты лимондың ҡабығын ҡырғыс аша ҡырып өҫтәһәгеҙ, был бәлешегеҙгә айырыуса үҙенсәлекле тәм һәм хуш еҫ өҫтәр.
Ғөмүмән, алма менән лимон һәр ваҡыт бер-береһен бик яҡшы тулыландыра. Шуға күрә алма ҡайнатмаһына, повидлоһына, ҡаҡҡа ла ҡурҡмайынса лимон өҫтәгеҙ. Лимон алмалы ризыҡтарҙың тәмен айырыуса хуш еҫле итергә һәләтле.
Автор фотоһы.