

Беҙ йәщәгән донъя ғәжәп тә, ҡайһы саҡта һис көтөлмәгән ваҡиғалары, факттары менән хайран ҡалдыра. Белгестәрҙең әйтеүенсә, бал ҡорттары кешене йөҙҙәренән танып белә. Ә бал – Ер йөҙөндә боҙолмай торған берҙән-бер аҙыҡ. Боронға Мысыр ҡәберлектәрендә табылған бал ашарға ярарлыҡ тип табылған.
Тәбиғәт серҙәрен аңлап та бөтмәйбеҙ. Ғалимдәр әйтеүенсә, ағастар ҙа йәнле, бер-береһе менән аралаша, имеш. Тамыр системаһы аша улар туҡланыу матдәләре менән алмаша, хатта бер-береһен хәүеф килеүе, мәҫәлән, бөжәктәр һөжүме тураһында иҫкәртә ала икән.
Колибри – донъяла артҡа табан осорға һәләтле берҙән-бер ҡош. Улар ҡанаттарын секундына 80 тапҡыр һелтәй ала. Был уларға һауала аҫылынып торорға һәм йылғырлыҡ менән маневрҙар яһарға мөмкинлек бирә.
Ай Ерҙән йылына яҡынса 3,8 сантиметрға алыҫлаша бара. Ваҡыт үтеү менән был хәлдең көн оҙайлығына йоғонто яһауы мөмкин.
Йыһандағы йондоҙҙар һаны Ер шарының бөтә пляждарында булған ҡом бөртөктәренә ҡарағанда ла күберәк. Был һан шул тиклем ҙур, хатта уны башҡа һыйҙырыу ҙа мөмкин түгел.
Был факттар беҙ йәшәгән донъяның ни тиклем ғәжәп тә, мауыҡтырғыс та икәнен раҫлаған миҫалдарҙың бер бәләкәй генә өлөшө.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.